Битарафлыҡҡа яза тейеш31.10.2015
Башҡортостанда өс медицина ойошмаһы пациенттың үлеме өсөн түләйәсәк. Республиканың Юғары суды ошондай ҡарарҙы раҫланы.
Асыҡланыуынса, былтыр ғинуарҙа ҡаты сирләгән 60 йәшлек ҡатынды Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһына килтерәләр, “панкреатит” тигән диагноз ҡуялар. Бер аҙна дауаланғас, ул өйөнә ҡайтарыла. Күп тә үтмәй ҡатындың хәле ауырая. Ул ҡаланың 2-се дауаханаһына оҙатыла. Табиптар, үпкәһе шешкән тип, пациентты БДМУ клиникаһына күсерә. Үпкәһенә операция яһағандан һуң, ул вафат була.
Экспертиза үткәргәс, пациенттың аппендицит менән сирләүе асыҡлана. Табиптар тейешле тикшереү үткәрмәүҙә, ашығыс операция яһамауҙа ғәйепләнә. Суд был ойошмаларға ҡатындың иренә 1 миллион һум аҡса түләү бурысын йөкмәтте.