Бал ҡорттары сирләмәһен өсөн31.10.2015
Ҡытайҙың “Ванши” корпорацияһы Башҡортостанда инфраструктура объекттары төҙөүгә аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә бал ҡорттары өсөн дарыу етештереү буйынса завод һалыуға булышлыҡ итеү хаҡында ҡарар ҡабул ҡылынды.
“Ванши” корпорацияһына ингән “Чжифан” компанияһы етәксеһе Ван Лунь әфәнде Өфөгә килгәнендә корпорацияның эшмәкәрлеге, Башҡортостанда инвестиция йәлеп ителерлек йүнәлештәр хаҡында һөйләне. Әле корпорация юғары технологиялар, аҙыҡ-түлек һәм һаулыҡ һаҡлау, биофармацевтика, күсемһеҙ милек, мәҙәниәт һәм туризм, ҡала менеджменты өлкәһендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған 20 предприятиены берләштерә.