Һыйырың нисәү? Тракторың бармы?..31.10.2015
Киләһе йыл уҙғарыласаҡ Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу илебеҙҙә импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән мөһим сара буласаҡ.
— Бөгөн аграр ресурстар хаҡында аныҡ һандар кәрәк. Иҫәп алыу һөҙөмтәләрен төрлө кимәлдәге власть органдары түҙемһеҙлек менән көтә. Һуңғы иҫәп алыуҙан һуң тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Шул осорҙан ауыл етештереүселәре һанының үҙгәреүен асыҡлау шарт, — тине “Росстат” етәксеһе урынбаҫары Константин Лайкам.
2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем ойошторолған сара барышында ауыл хужалығы ойошмаларының, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсы һәм граждандарҙың башҡа төрҙәге хужалыҡтарының, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берекмәләренең иҫәбе алынасаҡ. Шулай уҡ иҡтисади эшмәкәрлек, хеҙмәт һәм ер ресурстары, ауыл хужалығы культураларының майҙаны, мал һаны, аҙыҡ-түлек етештереү, инфраструктура, кредит һәм субсидиялар күләме лә асыҡланасаҡ. 2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың төп үҙенсәлеге – мәғлүмәт йыйыуҙа заманса технологиялар ҡулланыу. Мәҫәлән, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға һорау биргәндә планшет компьютерҙарын ҡулланыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә мәғлүмәттең сифаты, уны йыйыу һәм эшкәртеү йылдамлығы артасаҡ. Сараға йомғаҡ 2018 йылда яһала.