Кремация — беҙгә ят ғәмәл31.10.2015
Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа Өфө районының Чернолес ауылы халҡы мөрәжәғәт итте. Улар ауыл эргәһендә крематорий төҙөүгә ҡаршы.


Был мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ойошторолған “түңәрәк өҫ­тәл”дә тикшерелде. Граждандар менән теләктәш булған Константин Толкачев һорауға түбәндәгесә яуап бирҙе:
– Һеҙҙең менән тулыһынса киле­шә­беҙ, мәсьәлә контролгә алынды. Урын­да­ғы хакимиәт, прокуратура менән бер­лектә уны хәл итеү юлдарын асыҡ­ларбыҙ, тип уйлайым. Минеңсә, кремация кеүек алым беҙҙең халыҡҡа бө­төнләй ят. Республикала мәрхүм­дәр­ҙе ерләү өсөн ер етерлек. Нисек ке­нә булмаһын, мәсьәләне өйрәнә­сәкбеҙ. За­манса йәмғиәттә граждандар теге йәки был алымды һайлай алырға, ә беҙ бының өсөн шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ.




Вернуться назад