Өфөнө йәмләне улар31.10.2015
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов төрлө өлкәлә ҙур уңышҡа өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Бөгөн бында үҙ эшенең оҫта­лары, яҡшы белгестәр, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала торған шәхестәр йы­йылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, һеҙ – республиканың алтын фонды! – тине ул. – Һәр кем үҙ өлкәһендә фи­ҙакәр хеҙмәт һалып, уңышҡа иреш­кән.
Сергей Молчанов шулай уҡ быйыл Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС илдә­ре­нең саммитын уҙғарыуҙа ошо кеше­ләрҙең өлөшөн баһалап китте. Нәҡ шу­ға төрлө дәүләт етәкселәре, сит ил ҡу­наҡ­тары баш ҡалабыҙҙың үҫешен юғары баһаланы. Әлеге сараға Өфөлә ете ҡунаҡхана төҙөл­гән, “Башҡортос­тан” дәүләт концерт залы һәм Конгресс-холл, аэропорт төҙөкләндерелгән.
Дәүләт наградалары архитектура, ҡала төҙөлөшө, коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә хеҙмәт һалыусыларға ла тапшырылды.



Вернуться назад