Башҡалар ҙа шулай эшләйме?31.10.2015
Октябрь яҡынайһа, минең ғаиләлә бер мәсьәлә килеп тыуа: бер туған өс апайым, ҡустым ошо айҙа тыуған. Мәрәкә, әммә уларҙың балалары, ҡоҙа-ҡоҙасалар, килендәр араһында ла ошо айҙа тыуған көнөн билдәләүселәр күп. Ниндәй бүләк менән ҡыуандырырға уларҙы?

1 октябрҙә Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ис­ҡужина тыуған. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре. Ике халыҡ театры ойошторған режиссер, һүҙ оҫтаһы, шағирә. Еҙнәм Фринат менән Ғафури райо­нында йәшәйҙәр.
7 октябрҙә — ата-бабалар нигеҙен һаҡлаған Салауат Ғәббәс улы Түзбәков. Тыуған ауыл­да 40 йыл балалар уҡытты. Ғафури районының Имән­дәш ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының урындағы ойошмаһын, ветерандар советын һәм профсоюз органын етәкләй.
15 октябрҙә Красноусол ҡасабаһында йәшәгән Земфира Ғәббәс ҡыҙы Ғәзизова тыуған. Ул шулай уҡ режиссер һөнәренә уҡып, хеҙмәт юлын башлағайны, һуңынан тейешле белем алып, балалар баҡсаһынан пенсияға китте.
16 октябрҙә мине аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән иң оло апайым Гөлйыһан Ғәббәс ҡыҙы Ҡужәхмәтова донъяға килгән. Ул Белорет металлургия заводында эшләне. Ә инде ғүмеренең икенсе яртыһында Ҡаһарман ауылында китапханасы вазифа­һын үтәне. Ул да, еҙнәм Ҡаһир ҙа юғары зауыҡлы, оҫта ҡуллы ине. Гөлйыһан апайым – 37 томлыҡ Ленин әҫәрҙә­ренән, еҙнәм Ҡөрьән тәржемә­һенән хаталар табып, төҙәтеп ултырыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә гүр эйәһе. Биш бала тәрбиәләп үҫтер­ҙеләр. Үҙем ҡара­шып үҫтергән оло улда­ры Ғәлимдең алтын юбилейын 24 ок­тябрҙә билдәләнек.
Быйыл мин ҡәҙерлеләремә үҙем­сә сюрприз ойошторҙом. Төрлө матд­и бү­ләктәргә яратҡан “Баш­ҡорт­остан” гәзи­тен ҡуштым. Әйҙә, уны ярты йыл буйына уҡып, үҙе­беҙҙең рухи көҙ­гөбөҙгә ҡарап уй­лан­һындар. Халҡы­быҙҙың, ере­беҙҙең, телебеҙҙең хәл-әх­үә­лен белешеп торһондар, гәзи­тебеҙ даими та­рат­ҡан йән аҙығын татып йәшәһендәр!
Бәлки, башҡалар ҙа шулай итәлер? “Башҡорт­остан” гәзите ул милләт яҙмышы бит!

Шәүрә ҒИЛМАНОВА,
тележурналист, Евразия телевидение һәм радио академигы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың
Ш. Хоҙайбирҙин һәм М. Ғафури исемендәге премиялары лауреаты.



Вернуться назад