“Башҡортостан” бүләк итәм!”31.10.2015
Матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе хаҡында күп һөйләйбеҙ. Аныҡ эштәргә күсергә ваҡыт етмә­неме икән, туғандар? Зыялыла­рыбыҙ ҙа, ана, нисек ярһып сығыш яһай, әммә 200 мең тирәһе башҡорт йәшәгән Өфөбөҙҙә гәзит-журнал­дар­ҙы өйөнә алдырып уҡыусылар һис артмай бит әле ул.
Публицист Марсель Ҡотлоғәл­лә­мов­тың йөрәк ауазын уҡығанһығыҙ­ҙыр. Арабыҙҙа баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары тағы ла табылды. Мәҫәлән, шул уҡ көндә редакциябыҙға билдә­ле тележурналист Шәүрә Ғил­ма­нова килеп, яҡындарына биш дана баҫма бүләк итеүе тураһындағы хәбәре менән һөйөндөрҙө. Ҡул арттары еңел булһын зыялыла­рыбыҙ­ҙың, көтәбеҙ башҡаларҙың да ҡы­йыу аҙымын! Редакциябыҙға кил­гән хаттарға, ҡу­наҡтарҙың иғтиба­рына һәм ихтирамына ҡарап уй­ланғандан һуң “Баш­ҡортостан” бү­ләк итәм!” тигән акция башлап ебәрергә булдыҡ.
Хөрмәтле баш ҡала зыялылары, иң тәүге мөрәжәғәт, әлбиттә, һеҙгә! Һеҙгә ҡарап тора гәрсә халыҡ, һеҙҙ­ән үрнәк ала замана! Әгәр үҙегеҙ алдырып уҡырға мөмкин­легегеҙ булмаһа, тыуған ауылығыҙҙа, ғәзиз төйәгегеҙҙә йәшәгән туғандарығыҙ­ға, дуҫта­ры­ғыҙға “Башҡортостан” бүләк итегеҙ! Сәбәптәрен эҙләп торорға ла кәрәк­мәй: тыуған көн, юбилей, никах, йорт, бәпес туйы... Һәм күҙ алдына килте­регеҙ әле: ярты йыл буйына аҙна­һына өс тапҡыр килер бүләк буласаҡ.
Тағы ла кемдәр ҡушылыр гә­зи­те­беҙҙең “Баш­ҡорт­остан” бүләк итәм!” акцияһына? Әгәр инде баҫма­быҙға 10 дананан ашыуыраҡ яҙылып, тыу­ған ауылындағы яҡын­да­рына бүләк итеү­селәр табылһа, шул яҡта Салауат Әбүзәр, Зөлфиә Ханнанова, Азамат Юлдашбаев, Лариса Абдуллина, Мө­нир Ҡуна­фин ҡатнаш­лы­ғында ши­ғыр кисәһе үткәрергә вәғәҙә итәбеҙ.
Йәнә бер өҫтәмә: туғандары­ғыҙҙы ҡыуандыр­ған квитанциялар­ҙың кү­сер­мәһен редакцияға ебәр­һәгеҙ, тағы ла бер бүләк оторға мөмкинлек була­саҡ. Микро­тулҡын­лы мейес, мультибешергес һәм электр сәйнүге “Баш­ҡортостан” гә­зите менән бергә өйөгөҙҙө йәмләп торор.
Башланыҡмы? Йә, кем алыҡ?




Вернуться назад