“Тамыр”ҙың нурлы тантанаһы31.10.2015
“Тамыр”ҙың нурлы тантанаһы “Тамыр” телеканалы студияһы иртәнсәктән шау-гөр килеп тора. Башҡортостан телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡупов Мәскәүҙән һөйөнөслө хәбәр алып ҡайтҡан: канал, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән мәртәбәле конкурста жюри тарафынан айырым билдәләнеп, “Алтын нур” статуэткаһы менән бүләкләнгән!
Телерадиотапшырыусыларҙың милли ассоциацияһы премияһы 2009 йылда булдырылған. Уның маҡсаты – был өлкәлә эшләгән телеканалдарҙың эшен әүҙемләш­тереү, сифат һәм тема төрлөлөгөн йәнләндереү. Конкурс­та тәүгә ҡатнашһа ла, “Тамыр” ошо талаптарҙың барыһына ла яуап биргән.
Уларҙың эшмәкәрлеге жюри ағзала­рын таң ҡал­дыр­ған. Үҙҙәре тиҫтәләгән тапшырыу әҙерләп, уны эфирға сығарған бындай балалар каналы Рәсәйҙең башҡа төбәктә­рендә юҡ. “Тамыр”ҙа иһә кес­кәйҙәр өлкәндәр менән бер рәттән эшләй. Әйткәндәй, унда ҡа­нат нығытып, әле Башҡортостан теле­видениеһының йөҙө булып һаналғандар ҙа бихисап.
“Алтын нур” премияһын тапшырыу тантанаһында билдәле журналист, продюсер Кирилл Набутов Ғәлим Яҡуповтан “тамыр” һүҙенең нисек тәржемә ителеүе хаҡында ҡыҙыҡһынып, каналдың ниндәй тәрән мәғәнәле исем йөрөтөүенә һоҡланыуын йәшермәгән.


Вернуться назад