Ярап булмай бисәгә31.10.2015
М. Хөсәйен һүҙҙәре, Р. Еникеев көйө.
Тәмәкене тартмайым,
Эсә инем – ташланым,
Эшемдән дә ваҡытында
Өйгә ҡайта башланым.
Һай, шулай ҙа эш харап:
Бисәгә булмай ярап.
Уртансыһын уйнатам,
Ә кинйәмде йоҡлатам.
Себен теймәй сер иткәнен
Илауынан туҡтатам.
Һай, шулай ҙа эш харап:
Бисәгә булмай ярап.
Һыуын булһа, килтерәм,
Керен булһа, киптерәм,
Иҙәнен булһа, һепереп,
Көҙгөләй ялт иттерәм.
Һай, шулай ҙа эш харап:
Бисәгә булмай ярап.
Тоҙлап ҡыяр, ҡаҡлап ҡаҙ...
Ял итәм тиһәм бер аҙ,
“Һин – ир кеше, һиңә, – ти ул, –
Етмеш төрлө һөнәр әҙ!”
Уф, арыным... эш харап:
Нисек тә булмай ярап.