Йылмайып-көлөп кенә31.10.2015
Хәбәрсе 80 йәшлек бабай менән әңгәмәләшә.
– Һеҙ 40 йыл янғын һүндереүсе булып эшләгәнһегеҙ, әле лә кемгә­лер бәлә килһә, һәр саҡ ярҙамға ашығаһығыҙ. Ғүмерегеҙ ҡәҙерле түгелме ни?
– Һис кенә лә ҡурҡмайым, бик оҙаҡ йәшәйәсәкмен әле.
– Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?
– Сөнки миңә 15 йыл кредит түләйһе бар әле...

* * *
Чукчаның алтынсы балаһы тыуған. ЗАГС бүлегендә атай кеше метрика тултыра икән. Атаһын да, әсәһен дә – чукча, ә сабыйҙы ҡытай тип яҙған.
– Ата-әсәһе чукча була тороп, ни өсөн сабыйығыҙ бүтән милләттән? – тип һораған белгес.
– Һин шаярма, һылыуҡай, чукча гәзит уҡый ул! Ә унда, бөгөн Ер ша­рындағы һәр алтынсы кеше – ҡытай, тип яҙылған, – тип яуап биргән чукча.

* * *
Урам буйлап полиция хеҙмәт­кә­ре китеп бара, ти. Ҡараһа, ҡом­лоҡта бер малай уйнап ултыра.
– Нимә эшләйһең? – тип һораған майор.
– Тиҙәк менән ҡомдо ҡатнаш­тырып ултырам.
– Ниңә?
– Полицейский яһайым.
Быны ишеткәс, ир бының ҡола­ғынан бороп, атаһына алып барып әр­ләттергән. Икенсе көндә ҡараһа, теге малай йәнә ҡомлоҡта ултыра, ти.
– Нимә эшләйһең?
– Тиҙәк менән ҡомдо ҡатнаш­тырып ултырам.
– Ниңә?
– Пожарный һынын эшләйем.
Полицейский йомшарып китеп:
– Тиҙәген йәлләмә, күберәк ҡуш!.. – тигән.
– Ярамай! – ти икән малай.
– Ни өсөн?
– Әтеү полицейский килеп сыға!..

* * *
Дүрт йәшлек кенә ҡыҙ шкафтағы кейемдәрҙе йыйыштырам тип, бер урындан икенсеһенә күсереп, өйҙө болартып бөткән. Балаһы ҡурҡһын тип, “шкаф эсендә мыйыҡлы бабай бар!” тип киҫәткән әсәһе. Кисен ире эштән ҡайтып телевизор ҡарап ултырһа, сабый:
– Әсәй, ә теге мыйыҡлы бабай шкафтан сығып киттеме ул? – тип һорамаһынмы!

* * *
Ҡатыны аш-һыу бүлмәһендә мәж килеп йөрөгәндә, залда диванға ҡырын төшөп гәзит уҡып ятҡан ире:
– Ҡарале! Дөп-дөрөҫ иттереп яҙып ҡуйғандар... Ирҙәр көнөнә алты мең генә һүҙ әйтә, ә ҡатын-ҡыҙ – 12 мең, тиелгән!..
Бисәһе теге яҡтан ҡысҡыра, ти:
– Сөнки һеҙгә бөтә нәмәне ике тапҡыр ҡабатларға кәрәк!..
– Ә?..

* * *
Дәрес бара. Ир уҡытыусы:
– Ғәле, икене икегә ҡабатлаһаң нисә була?
– Әллә, уйларға кәрәк...
– Нисек инде “уйларға”? Шул ябай ғына һорауҙы белмәйһеңме?
– Кисә кис әсәйем ҡунаҡҡа киткәйне, дәрес әҙерләшкән кеше булманы...
– Ултыр! “Икеле”! Әнисә, ике икең нисә була?
– Белмәйееем...
– Ниңә белмәйһең?
– Атайым һуң ғына ҡайтып инде лә...
– Ултыр! “Икеле”! Ғәббәс, йә, бәлки, һин әйтерһең? Ике икең нисә була?
– Белмәйем... Ағай, кисә минең бер туған ағайым төрмәнән ҡайтып төштө, өйҙә дәрес әҙерләү ҡайғыһы булманы...
– Һин нимә, мине төрмәнән ҡайтып төшкән ағайың менән ҡурҡытмаҡсы булаһыңмы? Улты-ы-ыр, “дүртле”!
* * *
– Йә, ҡыҙым, Бибисара инәйең нимәләр менән һыйланы? — тип төпсөнә, ти, әсәһе ҡыҙынан.
– Бешеп етмәгән сәйен эсерҙе инде шунда... – тигән ҡыҙ.
– Уныһы тағы ниндәй сәй ул?
– Ниндәй-ниндәй, йәшел сәй!


Вернуться назад