Ниндәй төш күрҙең?31.10.2015
Аҡ халатлылар төш менән ауырыу араһында бәйләнеш барлығын асыҡлаған. Йоҡлаған саҡта кешенең мейеһе көн дауамында алған төрлө мәғлүмәтте генә түгел, эске ағзалар ебәргән сигналдарҙы ла эшкәртә икән.
Ғалимдар раҫлауынса, ҡабатланып торған ҡайһы бер төштәр сәләмәтлеккә бәйле проблемалар хаҡында һөйләй – меңләгән пациентты тикшереп ҡарағандан һуң шундай һығымтаға килгәндәр. Йөрәк сирлеләр ҡурҡыныс төш күреүсән, улар йыш ҡына кемдәндер ҡаса йә бейектән йығылып төшә. Юғары ҡан баҫымы менән интеккәндәр бәлә-ҡазаға тарый, улар алдында йорттар емерелә, ә ҡан баҫымы түбәндәр йылғаны йөҙөп сыҡҡанда ҡаршылыҡтарға осрай, тауға менеп етә алмай яфалана. Һалҡын тейеүҙе янғын, мунса инеү күренеше белдерә, тымаулаған кеше төшөндә һыуһап, эсергә эҙләй. Депрессиялағы кешенең төшөнә үтеп сыҡҡыһыҙ ҡарурман, шырлыҡ, бейек стеналар, сикһеҙ кәртәләр йыш инә.

Йәш күренһәң...

Инглиз ғалимдары Бөйөк Британия, Испания, Ҡытайҙағы 30 – 75 йәшлек бер нисә сибәр зат менән һынау уҙғарған. Фәҡәт ошо илдәрҙә йәшәгәндәрҙе һайлауҙың сәбәбе – төрлө этник төркөмдәргә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың тән тиреһенең төрлөсә ҡартайыуы. Ғалимдар уларҙың тышҡы ҡиәфәтен, тире һәм сәс торошон тикшергән.
Асыҡланыуынса, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, ҡояштан һаҡлау сараларын ҡулланмау, солярийға йөрөү, дөрөҫ туҡланмау нескә заттың ҡиәфәтенә ныҡ йоғонто яһай икән. Фән әһелдәре билдәләүенсә, әҙәм балаһының тәне һәм тиреһенең үҙ биологик йәшенә тап килеүе 50 процентҡа генетикаға бәйле. Шулай ҙа йәшәү рәүешенән дә күп нәмә тора. Ошо принциптарға тоғро гүзәл зат үҙенең тиҫтерҙәренән 10, хатта 15 йәшкә йәшерәк күренә.


Вернуться назад