Алтын һүҙен әйтер балалар30.10.2015
Алтын һүҙен әйтер балалар Һәр кем ниндәйҙер кимәлдә үҙ эшенең фанаты булырға тейештер, моғайын, тип уйланым Өфө ҡалаһының Опека һәм по­пе­чителлек идаралығы начальнигы Татьяна Квасникованың әйткәндәрен тыңлағандан һуң. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған һәм етем балалар араһында Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған “Алтын һүҙ” ҡала конкурсында ҡат­нашҡандарҙың һәр береһен яҡшы белә ул.

Улай ғына ла түгел, ниндәй шарттарҙа, кем тәрбиәһендә үҫеүҙәре тураһында ла хәбәрҙар. Аңлап тораһығыҙ, был балаларҙың яҙмыштың әсе һурпаһын беҙгә ҡарағанда ла күберәк татыуы ихтимал, шуға күрә ҡараштарының моңһоулығы, шиғырҙарҙың йән әрнеткес яңғырауы, әлбиттә, тәьҫир итмәй ҡалманы. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында ойош­торолған конкурстың финалында утыҙға яҡын ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Шулай итеп, иншалар буйынса ярышта Карина Зиннәтуллина, Виктория Берсенева, Екатерина Баштырева еңеү яуланы. Замана балалары сағыу буяуҙар менән, ана, нисек был тормошто һүрәтләй! Шуныһы ҡыуан­дыра: улар ауырлыҡтарға баш эйергә уйламай, киреһенсә, сәмләнеп алға атлай.
Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡотлап, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “Һеҙ – беҙҙең киләсәк. Донъяға ижади ҡараған балаларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ!” – тине ул.
Әйткәндәй, еңеүселәргә бүләкте яңыраҡ барлыҡҡа килгән Р. Ураҡсина исемендәге фонд, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, яҙыусы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Камил Йыһаншин әҙерләгән. Ҙур рәхмәт уларға ихласлыҡтары һәм киң күңелдәре өсөн!
Әҙәби әҫәрҙе яттан һөйләү буйынса ярышта М. Кәримдең, Ф. Рәхимғолованың, С. Юлаевтың, К. Симоновтың, Р. Ғамзатовтың, С. Есениндың, Я. Климановтың, А. Дементьевтың шиғырҙарын тасуири уҡынылар. Еңеүселәр – Анастасия Дом­рачева, Виктория Власова, Наталья Подлесная. Бөйөк Ватан һуғышы, әсә һәм бала мөнәсәбәт­тәре хаҡындағы әҫәрҙәр бигерәк тә ныҡ тәьҫир итә күңелгә. Был осраҡта һүҙ сәнғәтенең көсөн дә билдәләп үтке килә. Яҡты йөкмәткеле шиғырҙар һайлай белгән балаларға “афарин”дан башҡа нимә тиһең инде!




Вернуться назад