Яҙырбыҙ әле “Биш”кә!30.10.2015
Бала саҡта “диктант” һүҙенән йөрәк “жыу” итеп ҡала торғайны. Әле Башҡортостанға беренсе тапҡыр “Бөтөн Рәсәй географик диктанты” киләсәге тураһында ишеткәс, күңел елкенеп ҡуйҙы. Бәй, килһен! Халҡыбыҙ белемен “бизмәнгә” һалып ҡарар, башҡа төбәктәр менән көсөн самалар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән “Минең илем – Рәсәй” диктанты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 202-се, 206-сы аудиторияһында һәм Башҡорт дәүләт университетының география факультетындағы 01-се, 02-се аудиторияларҙа үтәсәк. Әбйәлил, Ишембай, Архангел, Баҡалы һәм башҡа райондарҙың “географ”тары бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән. 200-ҙән ашыу кеше ҡәләмен ослап ҡуйған да инде.
Диктанттың тексында өс өлөштән торған 25 һорау буласаҡ. Беренсеһе – географик атамалар, терминдар, икенсеһе – карталағы географик объекттар, өсөнсөһө иһә – Рәсәй төбәктәре һүрәтләнгән нәфис әҙәбиәт аша географик атамаларҙы билдәләү.
Эштәрҙе тикшереүҙә ғалимдар, география уҡытыусылары ҡатнашасаҡ. Һөҙөмтәләрҙе 10 декабрҙә Рус география йәмғиәтенең сайтынан ҡарап, шулай уҡ 8-917-340-54-40 йәки 8-960-804-56-20 телефондарына шылтыратып белергә мөмкин.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин әйтеүенсә, республикабыҙҙа еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр биреләсәк.
Диктант иртәгә сәғәт 12-лә башлана.
Шулай итеп, бәйгегә, дуҫтар, бәйгегә! Ҡәләмегеҙ осло, зиһенегеҙ аяҙ булһын!