Әгәр технополис булһа...30.10.2015
Әгәр технополис булһа... Айырым тармаҡтар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаһа, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итмәһә, дөйөм үҫеш туҡтап ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө тормошта бындай осраҡтар бихисап. Әйтәйек, ойошма-предприятиелар араһында бер-береһен уҙырға тырышып, “тапап китергә” әҙерҙәр бар. Шул уҡ ваҡытта битарафлыҡ та көслө. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡеүәтле предприятиелар етәкселәре араһында бөгөнгө юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмағандар бар. Ә уларҙың киләсәген кем тәьмин итер? Уңышлы эшләгән предприятие үҫештән туҡтап ҡалмаҫмы? Был ил, төбәк сәнәғәтенә нисек йоғонто яһар?
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәнәғәтселәр менән ректорҙар араһында һөйләшеү ойоштороп, уларҙың күбеһенең уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып бармауына ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Бындай хеҙмәт өлгөһө ниндәй булырға тейеш? Предприятиелар мәғариф учреждениелары менән бәйләнешкә ынтыламы? Өфөлә төҙөләсәк технополистың әһәмиәте ниҙә? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле фекерҙәре менән – Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай МОРОЗКИН.

Әгәр технополис булһа...– Һөйләшеүҙе тура шул һо­рауҙан башлайыҡ: бөгөнгө юға­ры уҡыу йорттары техно­полисҡа ысынлап та ҙур ихтыяж кисерәме, Николай Да­нилович?
– Эйе, бындай майҙансыҡтың юҡлығы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа. Әйтәйек, беҙҙең университетта бер нисә ғилми лаборатория асылды. Улар донъяуи кимәлдә. Тәүгеһен 2011 йылда уҡ 120 миллион һум­лыҡ грант иҫәбенә булдыр­ғай­ныҡ. Был аҡсаны нефтте һыу­ҙан айырыу технологияһы проектын эшләп алдыҡ. Уға сит илдәрҙән өс профессор етәк­се­лек итте. Икәүһе – элекке хеҙ­мәттәш­тәребеҙ Искәндәр Әхәтов менән Наил Ғүмәров. Улар уҙған быуат аҙағында Америкаға күс­кәй­не, шунда эшләйҙәр. Ғилми етәксе­ләрҙең өсөнсөһө иһә Син­гапурҙан булды.
Бына ошо профессорҙар яр­ҙа­мында нефтте һыуҙан айырыу технологияһын булдырҙыҡ. Хат­та лаборатория ҡулай­ла­ма­һын да эшләнек. Һөҙөмтә шул: нефт­кә ҡушылған 30 процент һыуҙың бер проценты ғына ҡа­ла. Был бик һәйбәт. Ләкин, ҡыҙ­ғанысҡа ҡар­шы, технологияны сәнәғәткә ин­дерә алмай­быҙ. Ни өсөн ти­гән­дә, ундағы өлгөләрҙе, шарт­тарҙы бел­мәйбеҙ. Нефт­се­ләр ки­лә лә: “Шәп эшләгәнһегеҙ!” – тип маҡтап китә. Ә үҙҙәренә алып ҡулланыу ту­раһында һүҙ юҡ. Ҡайһы берҙәренә тәҡдим итеп ҡарағайныҡ, кире яуап яңғы­раны. “Технологияғыҙ бит ба­лалар уйынсығы кеүек, – ти­неләр. – Сәнәғәт өсөн өлгөһө бар­мы уның? Юҡ? Тимәк, ғәфү итегеҙ...”
Әгәр технополис булһа, ошон­­дай аңлашыл­маусан­лыҡ­тар тыу­маҫ ине. Унда дәүләт, ҡы­­ҙыҡһыныу белдергән предприятие вәкилдәре ярҙамында был технологияның сәнәғәт өл­гө­һөн эшләп, киң ҡулланылышҡа тапшыра алыр инек. Проектты төҙөгәндә бит үҙебеҙҙең йәш белгестәр, студенттар профес­сорҙарҙан күп нәмәгә өйрәнде, сит илдәрҙә тәжрибә туплап ҡайтты. Улар, һис шикһеҙ, технологияны тейешле кимәлгә етке­реүгә тос өлөш индерә аласаҡ. Әлеге етешһеҙ шарттарҙа иһә ошо белгестәребеҙҙе лә юғал­тыуыбыҙ ихтимал.
Әгәр технополис булһа...Эйе, беҙҙең уҡыу йортонда тех­нопарк бар. Ләкин унда тех­нологияларҙың сәнәғәт өлгө­лә­рен булдырыу өсөн ҙур сығым талап ителә, ә беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ. Шул уҡ ваҡытта урын да самалы. Технополиста иһә был мәсьәләләр уртаҡ хәл ителер, этәргес көс табылыр ине. Әйткәндәй, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәҫәлән, Тү­бәнге Новгородта, ресурс үҙәк­тәре бар. Унда эшмәкәрлек өсөн аҡсаның яртыһын – предприятие, ҡалған өлөшөн дәүләт тү­ләй. Технополис иһә күпкә ҡе­үәтлерәк. Республика Башлы­ғы Рөстәм Хә­митовтың бындай ғилми-ғәмәли майҙансыҡ булдырыу тәҡдиме төбәктең иҡтисади көсөн арттырыуға ныҡлы бу­лышлыҡ итәсәк. Беҙгә эште һуҙмау, “иртәгә”гә ҡалдырмау бурысы йөкмәтелә.
– Технополисты нисегерәк төҙөү йәһәтенән тәҡдимдә­регеҙ ҙә барҙыр?
– Эйе, уларҙы күптән әҙер­ләнек. Технополиста “Нефтте сығарыу, эшкәртеү һәм ташыуҙа термогидродинамик процестар” тип аталған күрһәтеү-тикше­ре­неү үҙәге булырға тейеш. Уның өсөн дүрт ҡулайламабыҙ әҙер тип әйтергә мөмкин. Араларын­да береһе – эйәрсән нефть га­зын утилләштереүгә тото­роҡ­ло һыу-газ берләшмәһе алыу өсөн көслө ҡушылдырғыс өлгө­һө. Белеүегеҙсә, элек бындай нефть газы яндырыла торғайны. Хәҙер иһә был ысул тыйылды. Тимәк, эйәрсән газды башҡаса юл аша бөтөрөргә кәрәк. Ә нисек? Бына ошо йәһәттән махсус ҡулайлама яһаныҡ. Һөҙөм­тәһе – юғары, экология таҙа бу­ла­саҡ. Технополиста, һис шик­һеҙ, скважиналар ҙа эшләү мөмкинлеге тыуыр.
Әгәр технополис булһа...Ғилми-ғәмәли майҙансыҡта “Нефттән сығарыуы ауыр за­пас­тарҙы эшкәртеүгә геофизик контроль” тигән үҙәк тә булырға те­йеш, тип иҫәпләйбеҙ. Унда уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү өсөн төрлө категориялағы скважиналар полигоны, үҙйөрөшлө каротаж станция һәм башҡа ҡо­ролмалар яһау зарур. Был йүнәлеш буйынса универси­теттың геофизика кафедраһы ныҡлы шөғөлләнә. Сит ил компаниялары менән тығыҙ бәйлә­неш булдырылған. Улар биргән мәғлүмәттәр кафедрала беҙҙең программаларға ярашлы эшкәр­телә һәм артабан файҙаланыуға тапшырыла.
Технополисҡа тәҡдим иткән өсөнсө үҙәк – “Молекуляр меди­ци­на”. Беҙҙең университетта био­технология, генетика буйын­са әүҙем эш алып барыла. Мә­ҫәлән, “Генетик паспорт” тигән лаборатория асырға йыйына­быҙ. Уның өсөн кәрәкле ҡора­малдар алын­ған, махсус урын бар. Лицензия ғына кәрәк.
Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем өсөн генетик паспорт ҙур әһәмиәткә эйә. Әйтәйек, ана ҡарынындағы ике аҙналыҡ сабыйға ҡандан күскән сирҙәрҙе билдәләп, уларҙы шун­да уҡ дауалай башларға мөмкин. Төҙөләсәк лабораторияның төп маҡсаты тап шул: ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡлау”, йәм­ғиәттең имен­леген хәстәрләү. Был эште технополис ярҙамында үҫтер­гәндә, республика халҡына ҙур ярҙам күрһәтелер ине. План­лаштырыуыбыҙса, үҙәктә һәр кемгә анализ тапшырып, генетик паспорт алыу мөмкинлеге асы­ла. Бындай хеҙмәт, әлбиттә, ҙу­рыраҡ ҡалаларҙа ла күрһәтелә. Ләкин ундағы күрһәткестәрҙең дөрөҫ булмауы ихтимал, сөнки генетика тыуған ергә ныҡ бәйле. Тимәк, Башҡортостанда ошондай үҙәк асыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Технополиста шулай уҡ “Ре­про­­дуктив биология һәм үҫем­лек­­тәрҙе клонлау” ла­бора­то­- рия­һы ­кәрәк тигән фекерҙәбеҙ. Был йү­нә­лештәр буйынса ла уртаҡ­лашыр тәжрибәбеҙ бар. Мәҫәлән, биология факультетында нанотоксикология лабо­раторияһын булдырҙыҡ. Уның бурысы ниҙә? Белеүегеҙсә, хә­ҙер һәр урында тиерлек на­нотех­нологиялар киң йәйел­де­релә. Заманса алым тип, әйтәйек, төҙөлөш материалдарына, буяуҙарға нимә генә ҡу­шылмай? Ә был ҡатышма­ларҙың организмға нисек тәьҫир иткәнен тикшереүсе бармы? Санитария-эпидемиология талап­та­ры­ның үтәлеше контролдә тотоламы? Юҡ. Нимә теләһәк, шуны ҡу­ша­быҙ ҙа “нано” тип тәҡдим итәбеҙ.
“Биологик ҡушымталы” тигән эсемлектәр ҙә киң таралыу ал­ды. Улар ысынлап та файҙа­лы­мы һуң? Организмды боҙ­­май­ҙармы? Нанотоксикология лабо­ра­торияһында тап ошо мәсьәләләр тикшерелеп, халыҡ­ҡа дөрөҫлөк асып һалынасаҡ.
Университеттың химия факультетында ла ҡыҙыҡлы заман­са эшләнмәләр бар. Мәҫә­лән, яңы пластырь уйлап сығар­ҙы­лар. Мәғлүм булыуынса, тәндең янған өлөшө тиҙ генә уңалмай. Иң ҡыйыны – пластырҙы алмаштырам тиһәң, яраға яңынан зарар килә. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙҙекеләр яңыһын бул­дырҙы. Был пластырь йәрәхәткә бер ҡуйыла ла алынмай, аҙаҡ тәнгә һеңә.
Асфальтты һәйбәт килеш һаҡ­лау маҡсатында бер эшлән­мә бар. Был күренеш һәр кемгә та­ныш: яңы һалынған ҡаты, тигеҙ юл­дың, ҡар асылһа, ярылып бөт­кәнен күрәбеҙ. Уны ни­сек һаҡ­лар­ға? Ошо маҡсатта хи­мия фа­куль­тетында һыу һең­дермәй торған буяу кеүек махсус ҡул­ланма булдырылды. Уны башҡа төҙөлөш материалдарын һаҡ­лау өсөн дә файҙаланырға мөмкин.
Ә инженерия факультетында нанокерамика йүнәлеше буйын­са әүҙем эш алып барыла. Был йәһәттән беҙҙең биш проект “Роснано” компанияһының грантын яулауға өлгәште. Нанокерамика буйынса тәжрибә эштәре БДУ-ның Бөрө филиалындағы цехта уҙғарыла. Факультет шу­лай уҡ Ҡытайҙағы бер университет менән тығыҙ бәйләнеш бул­дырған, был уҡыу йортоноң керамика заводы бар.
Үҫемлектәрҙе клонлауға кил­гәндә, был эш күберәк импортҡа алмаш менән бәйле. Белеүе­геҙ­сә, быға ҡәҙәр йәшелсә-емештең күбеһен – Польшанан, сәскәне Нидерландтарҙан килтерә тор­ғай­нылар. Хәҙер был йәһәттән сикләү индерелде. Беҙҙең лабораторияла иһә төрлө үҫемлек (араларында юғалыу хәленә ет­кән, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерел­гәндәр ҙә бар), хатта поляк алмаларын да үҫтерәбеҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пробир­ка­лар­ҙа ғына. Үҫем­лек­тәр­ҙе теп­лицаға күсереп, аҙаҡ һата баш­лаһаҡ, күпме файҙа булыр ине! Был маҡсатты, һис шикһеҙ, технополиста тулы кимәлдә тормошҡа ашырырға мөмкин.
Ғөмүмән, университеттың һәр факультетында заманса ғилми-ғәмәли тикшеренеү эштәре алып барыла. Уларҙы камиллаштырыу, киң ҡулланылышҡа инде­реү, предприятиелар менән уҡыу йорттары араһындағы бәй­ләнеште нығытыу йәһәтенән технополистың әһәмиәте баһа­лап бөткөһөҙ буласаҡ.
– Мәғариф һәм сәнәғәт учреждениеларының хеҙмәт­тәш­легенә килгәндә, был мәсьәләгә сит илдәрҙә ҙур иғтибар бүленгәнлеге мәғлүм.
– Ысынлап та, шулай. Уни­вер­ситеттағы геофизика кафед­ра­­һы, мәҫәлән, Америка, Фран­­ция фирмалары менән ты­ғыҙ хеҙ­мәт­тәш­лек алып бара. Эштәренән күре­неүенсә, улар студенттарҙы әҙерләүгә айырыу­са ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, компания бел­гес­тәре уҡыу йортона үҙҙәре үк килә лә өлкән курс студенттарын, ма­гистрҙарҙы тест, айырым һөй­ләшеү һөҙөм­тәһендә һайлап ала. Һынауҙы үткән йәштәрҙе “стажер” тип атап, фирмала эшләү өсөн әҙер­ләй башлайҙар. Өҫтә­үенә уларға 500 доллар өҫтәмә стипендия түләнә. Шул уҡ ва­ҡытта был йәш­тәр менән айырым шөғөл­ләнгән уҡытыусылар ҙа матди йәһәттән ҡәнәғәтләнде­ре­лә – төрлө грант ала. Һөҙөмтәлә бер кем дә дөйөм эшкә ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәй, ә тырышып хеҙмәт итә, даими эҙләнә, камиллыҡҡа ынтыла.
Беҙҙәге “ӨфөНИПИнефть” ком­­панияһы ла әлеге сит ил ойошмаларының өлгөһөндә яңы­­са эш башланы. Уларҙың бел­гестәре университетҡа ки­леп, 12-13 студентты үҙҙәренә эшкә әҙерләү өсөн һайлап алды. Предприятиела лабораториялар ҙа булдырҙылар. Студенттарға өс мең һум тирәһе өҫтәмә стипендия түләйҙәр, уҡытыу­сылар­ға иһә грант ҡаралған.
Йәнә бер шатлыҡлы күренеш – “Газпром нефть” предприя­тие­һы ла беҙҙең менән шундай уҡ схема буйынса эш башланы. Бы­йыл тәүге тапҡыр һигеҙ ма­гистрҙы һайлап алдылар. Улар­ҙың уҡыуы өсөн тулыһынса тү­ләйҙәр. Нефть компаниялары менән бәйләнеш шулай нығый бара.
Әйткәндәй, инженерҙарҙың ква­лификацияһын күтәреү буйынса дәүләт программаһына ярашлы уҙғарылған конкурста йыл да ҡатнашабыҙ. Унда дүрт йыл рәттән еңеү яуланыҡ. Һө­ҙөмтәлә сәнәғәт предприятиеларында кафедралар асабыҙ, уларҙың һаны хәҙер 15-кә етте. Был майҙансыҡтарҙа теория ла, ғәмәли эш тә алып барыла. Уларға дистанцияла уҡытыу ҙа индерелә. Һөҙөмтәлә предприятиелар белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ыңғай баһалай, үҙҙәре үк төрлө тәҡдим яһай башланы.
Шул уҡ ваҡытта фән кандидат­тарын әҙерләүебеҙҙе лә һо­рай­ҙар. Мәҫәлән, “Туй­мазы­хим­маш” йәмғиәтенең төп акционеры шундай тәҡдим яһа­ны. Уның әйте­үен­сә, хәҙерге пред­приятиелағы за­манса техно­логик процестың нигеҙенә тө­шө­нөп, дөрөҫ эшмәкәрлек ойош­то­роу өсөн ябай инженер­ҙар түгел, ә ғалимдар талап ителә.
Әйткәндәй, күптән түгел Дәү­ләт Думаһына “Рәсәй Федера­ци­я­һында мәғариф тура­һын­да”­ғы Законға үҙгәреш индереү тәҡ­диме менән сыҡты­лар. Асылы шул: уҡытыуҙы предприятиелар­ҙағы базалы ка­федраларҙа ойош­тороуға рөх­сәт алыу. Әгәр ошо тәҡдим ыңғай хәл ителһә, студенттарҙы эш урынында яңынан әҙерләү кәрәкмәҫ, улар етештереү процесына шунда уҡ инеп китер ине. Был, әлбиттә, ике яҡтың да сығымдарын ҡыҫҡартыуға кил­те­рәсәк.
– Предприятие етәкселәре­нә ниндәй теләктәрегеҙ бар, Николай Данилович?
– Рөстәм Зәки улы әйтмеш­ләй, Совет осоронда һәр аспирант үҙ идеяһы менән ойош­­маның генераль директорына тиклем барып етә ала ине. Етәкселәр бер тәҡдимгә лә битараф ҡалманы, бар хәленсә яр­ҙам итергә тырышты. Хәҙер иһә уҡыу йорттары әҙер эшләнмә­ләр, етештереү өлгөләре тәҡдим итә. Шулай бу­лыу­ға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер предприятиелар етәк­селәре беҙ­гә ҡарата бөтөнләй битараф. Ә үҙ­ҙәре: “Юғары уҡыу йорттары эшкә яраҡһыҙ бел­гестәр әҙер­ләй”, – тип яр һалыр­ға белә. Бер-беребеҙҙән айы­­рым йәшәгәс, кәңәш ҡорма­ғас, уңышҡа өлгә­шеү мөмкинме һуң? Ошо хәҡи­ҡәткә таянып, хеҙ­мәттәшлекте нығытыуға ынтыл­һаҡ ине.

Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште.



Вернуться назад