“Йәштәрҙе өйләндерергә ашығығыҙ”30.10.2015
– Йәшерәк булһа ла, ҡыҙым кейәүгә сығырға йыйына. Ғинуарҙа никах менән туйҙы бергә үткәрергә теләйҙәр. Мин иһә быға ҡаршы, сөнки кәбисә йылында өйләнешеү хәйерлегә түгел тигәнде ишеткәнем бар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

М. ГӘРӘЕВА.
Баймаҡ районы.
– Бисмил­лә­һир-рах­мәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңеленә мөхәб­бәтте ифрат күп итеп һалған. Был атай-әсәйгә, ту­ған­дарға, илгә, тәбиғәткә, телгә, әҙәбиәткә, сәнғәт­кә һәм башҡа­ларға йылы мө­нә­сәбәттә асыҡ
сағыла. Мә­ҫәлән, шишмәнең сылтырап аҡҡа­нын, ҡоштар моңон тыңлап, Ватаныбыҙҙағы аһәңгә, гүзәллеккә һоҡланып, тимәк, уларҙы яратыу аша күпме көс-ҡеүәт, йәшәүгә дәрт алабыҙ!
Ҡыҙ менән егет араһындағы һөйөү ҙә – Аллаһ Тәғәләнең ҙур хикмәте, бөйөк ниғмәте. Мөхәббәттең мөғжизәгә тиңдәре лә бар. Мәҫәлән, Йософ менән Зөләйха, Ләйлә һәм Мәжнүн араһындағы яратыуҙың көсөнә хайран ҡалмалы. Дөйөм алғанда, әҙәбиәт, сәнғәт саф һөйөүгә нигеҙләнгән, һәм был хаҡтағы ижад өлгөләре һис ҡасан ялҡытмай, киреһенсә, күңелдәге яҡты хистәрҙе арттыра ғына.
Ғаилә ҡороу – атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән килгән изге ғәмәл. “Никах – минең сөннәтем. Кем дә кем унан ситкә китһә, өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә бер хәҙисендә: “Никахлашып, ғаилә ҡороғоҙ, балалар үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын”, – тип белдергән.
Ғаилә ҡороу өсөн, әлбиттә, тәү сиратта егет менән ҡыҙҙың йәше етергә тейеш. Дәүләт ҡануны буйынса 18 йәштән ҡауышырға мөм­кин. “Намаҙ ваҡыты етһә – ғибәҙәт ҡылырға, яңылышҡанда – тәүбә итергә, шулай уҡ йәше еткән балаларҙы өйләндерергә ашығығыҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Никах уҡыу өсөн айырым ваҡыт ҡаралмаған. Тәүлектең ниндәй генә мәле булмаһын, көнмө йәки төнмө, йәйме, ҡышмы, кәбисә йылымы – һәр саҡ рөхсәт ителә. Хатта ки ураҙа ваҡытында ла, ауыҙ асыр алдынан, никах уҡырға мөмкин. Тик Исламда ҡаралған шарттарҙың теүәл үтәлеүе мөһим. Мәҫәлән, мотлаҡ ике шаһит булырға, мәһәр бирелергә тейеш.
Ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙҙең айҙан, көндән, йылдан хәүефләнеүе ғәжәпләндерә. Исламда улай хафаланыуға урын юҡ. Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән айырым ваҡыттарҙы бар иткән икән, шик-шөбһә булырға тейеш түгел. Шуның өсөн дә, йәше еткән икән, балаларыбыҙҙы тиҙерәк өйләндерергә тырышайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Мәғлүм ки, элек йәштәрҙе йәрәштереү мәсьәләһендә ата-әсәнең фекере иң ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта өйләндереү йәштәрҙең ризалығынан тыш башҡарылырға тейеш түгел. Был динебеҙгә тап килмәй. Никах бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.
Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға үҙ тиңен табып, ғүмер буйы бер никахта йәшәргә насип ҡылһын. Ошо бәхет бәрәкәтендә һау-сәләмәт сабыйҙар донъяға килеп, илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр булып үҫһен, изге ғәмәлдәребеҙҙе дауам итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад