Күршем кем булыр?30.10.2015
Күршем кем булыр? – Эй, Раббым, – тип мөрәжәғәт итә бер мәл Муса ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләгә. – Минең йәннәттәге күршем кем булыр икән?
– Фәлән урында дуҫтарымдың береһе булған кеше – ит һатыусы – йәшәй. Бурыс итеп алған изге вазифаһы бар уның. Ҡунаҡҡа саҡырһаң да, шул эшен башҡармай ҡалмаҫ. Бар, танышып кил. Ана шул кеше йәннәттәге күршең булыр.

Муса ғәләйһис-сәләм ит һатыусыны эҙләп таба. Уныһы пәйғәмбәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, түргә ултырта. Ҡунаҡтың йөҙөндә нур балҡып тора икән. Ул Мусаның алдына һый-хөрмәт килтереп ҡуя.
– Һин ашай тор, – ти үҙе. – Ә минең бик мөһим бер эшем бар, һине аҙға ғына яңғыҙ ҡалдырып торам.
Ул, иттең өлөшөн ваҡ ҡына киҫәктәргә турап, диуар­ҙағы тартмала эленеп торған, тәне ҡоштоҡо кеүек булып ҡалған ҡарсыҡты төшөрөп ашата башлай. Аҙаҡ ауыҙын һөртөп ҡуя. Ә ҡарсыҡ туҡтауһыҙ доға ҡы­ла икән. Быны күреп, Муса өнһөҙ ҡала. Үҙе ауыҙына бер нәмә лә ҡапмай.
Ит һатыусы тартманы кире урынына ҡуя ла Мусаның эргәһенә килә.
– Эй, ҡунағым! Ниңә аша­майһың? – тип һорай, аптырап.
– Был тартманың серен аңламай тороп, тамағыма аш бармаҫ, – тип яуаплай Муса.
– Ундағы ҡарсыҡ – ми­нең әсәйем, – ти һатыусы. – Ул үтә ҡарт һәм зәғиф. Минән башҡа бер кеме лә юҡ. Үҙен генә ҡалдырып киткән саҡта эт-ҡош зыян итә күрмәһен тип, диуарға күтәреп ҡуям, ҡайһы саҡта кибеткә лә алып барам. Ашатам, хәжәттәрен үтәүҙә ярҙам итәм. Ҡәҙерлемә хеҙмәт күрһәтеү – минең өсөн ҙур бәхет.
– Әсәйегеҙ ашағанда ни­ҙер бышылдап ултырҙы, нимә тураһында һөйләне ул?
– Аллаһ Тәғәләнән мине йәннәттә Муса ғәләйһис-сәләмдең күршеһе итеп урынлаштырыуын үтенеп һорай ул. Был доғаларға үҙем дә: “Амин!” – тип кенә торам.
– Эй, иманлы кеше! – тип сикһеҙ ҡыуанысын белдерә Муса. – Һинең өсөн яҡшы хәбәр алып килдем. Мин – Муса. Яныңа Аллаһ Тәғәлә ебәрҙе. “Әсәһен тел тейҙермәҫ дәрәжәлә яҡшы итеп тәрбиәләгән дуҫымды йәннәттәге күршең итеп һайланым”, – тине.
Әсәләргә ихтирамдың әжере ифрат ҙур шул.


Вернуться назад