Күп милләтле Борай ере элек-электән татыулыҡҡа ынтылған ғилемле халҡы менән дан тотҡан. Әле лә дуҫлыҡ, бер-береңә ихтирам хөкөм һөрә бында.Милләттәрҙең теленә, тарихына, мәҙәниәтенә иғтибар, хөрмәт арҡаһында иман йорттары ла йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, район үҙәгендә төҙөлөп килгән яңы мәсеттең манараһына ай ҡуйылды. Күркәм сара халыҡты осраштырҙы, араларҙы нығытты. Борайҙан ғына түгел, күрше райондарҙан, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан да күпләп килделәр.
Мәғлүм булыуынса, был мәсеткә нигеҙҙе уҙған быуат башында сауҙагәр Шәрәфетдин Хәмитов һалған булған. Ауылдаштары эшкә күмәкләп ҡушылған. Һөҙөмтәлә иман йорто тиҙ арала ҡалҡҡан. Әммә уны илдәге үҙгәрештәр сәбәпле төҙөп бөтөү насип булмаған. Шәрәфетдин Хәмитов 1918 йылда ғаилә менән бергә һөргөнгә ебәрелгәс, эш бөтөнләй туҡтап ҡалған.
Бинаны тәүҙә келәт, унан китапхана, мәҙәниәт йорто булараҡ файҙаланғандар. 1970 йылда иһә уны киңәйтеп, тәҙрәләрен ҡаплап, кинотеатр итеп үҙгәрткәндәр, аҙаҡ спорт клубы асҡандар... Ғөмүмән, быуат дауамында иман йорто әллә күпме һынау үткән.
Яңы дәүерҙә иһә халыҡ мәсетте тергеҙеү мөһимлеген белдергән. Һөҙөмтәлә изге эш әле уңышлы тормошҡа ашырыла.
– Халыҡтың иман йортона ғибәҙәт ҡылырға ғына түгел, ғилем алырға ла килеүен теләйбеҙ, – тине сарала райондың имам-мөхтәсибе Рифат хәҙрәт. – Бының өсөн дәрес бүлмәләре, балаларға тәғәйенләнгән урын, кәңәшмә залы булдырырға уйлайбыҙ. Мәсеттең төп маҡсаты халыҡты изге ғәмәлдә туплау булырға тейеш.