Көйһөҙ кейеҙ баҫмайҙар...30.10.2015
Көйһөҙ кейеҙ баҫмайҙар... Данлы башҡорт шәле тураһында һүҙ сыҡһа, әсәйемдең күҙ нурын түгеп, төн йоҡоларын йоҡламай бәйләгән шәлдәрен ергә йәйеп һалһаң, тотош Ейәнсура районын “ябындырырға” етер ине, тип мәрәкәләп алам. Бала саҡтан дебет шәл менән танышмын, шәлдең иртә яҙҙан кәзә тарауҙан алып, яурынға һалыныуына тиклем ҡатмарлы юл үткәнен китаптан ғына уҡып белмәйем. Уның менән бергә үҫтем тиһәм дә ысынбарлыҡҡа тап килә. Тыуған ауылым Үргендә кәзә аҫрамаған ғаиләне, шәл бәйләмәгән ҡатын-ҡыҙҙы белмәнем. Әсәйем менән апайым ниндәйен генә ябынып йөрөмәне. Ә ҡышҡыһын тыштан өшөп ингәндә, бигерәк тә ауырып киткән саҡта, шәл бөркәнеп ятыу ғәҙәти күренеш ине. Өҫ кейеме тулыһынса тиерлек йомшаҡ дебеттән торҙо. Бәйләнгән башлыҡ, шарф, бейәләй, ойоҡ, көртөй һәм башҡалар — шуға асыҡ миҫал. Кейем булыуҙан тыш, дебет ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыуға ла ифрат тос өлөш индерҙе. Шул уҡ Ейәнсура ҡатындарының шәлдәре ярты Ырымбурҙы кейендергәндер. Әммә тағатыр һүҙ йомғағым әле шәл түгел, ә шулай уҡ боронғо халыҡ кәсебе, айырыуса башҡорттар өсөн хас шөғөл – кейеҙ баҫыу тураһында.

“Ырымбур шәле”ме?

Бәләбәй ҡалаһында йәшәгәндә юғары вазифа биләгән бер ханым кейеҙ килтереүҙе үтенде. Таныш-белештәр аша кейеҙ келәмде Әбйәлил районының Буранғол ауылынан (ул Башҡортостанда кейеҙ баҫыу үҙәге һанала) барып таптым. Миңә ярҙам ҡулы һуҙған апайҙың ыҡсым өйө тулы мәғәнәһендә музейҙы хәтер­ләтте. Стенаға төрлө биҙәкле келәмдәр эленгән, иҙәнде лә балаҫтар ҡаплап ята – тупһанан алып өйҙөң түренә тиклем кейеҙ. Алға китеп, шуны еткерәм: ысынлап та, кейеҙ баҫыу республикабыҙҙа ошо төбәктә генә киң таралған.
Дебет шәлдән, кейеҙҙән тыш, ғорурлығыбыҙ булып һаналған тағы бихисап әйберҙәрҙе телгә алырға мөмкин. Йүкә урмандары күпселекте тәшкил иткәс, күҙ күреме етмәҫлек болонлоҡтар йәйелеп ятҡас, республикабыҙҙа умарта­сылыҡ ярайһы яҡшы үҫешкән тиеү менән килешергә мөмкин, айырыуса һуңғы йылдарҙа ошо тармаҡҡа ныҡлап йәбештеләр. Бал һатып бала уҡытҡан бихисап ғаиләне беләм. Йылҡысылыҡ буйынса ла уңыштар етерлек, башҡорт атының даны йылдан-йыл артыуға табан бара. Башҡорт ҡымыҙына ни етә! Нефть менән дә дан тотабыҙ. Урман өҫтөбөҙгә ауып тигәндәй торғас, ағас эшкәртеүселәр артҡандан-арта. Йә ярай, етеп торор...
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика семинарында башҡорт шәле тураһында үҙенең фекерен асыҡ белдергәйне. “Шул шатлыҡлы: халыҡ кәсептәре өлгөләре күп төбәктәрҙең брендына әйләнде. Әйтәйек, Әбйәлил районында – кейеҙ баҫыу, Балаҡатайҙа – ҡабартмалы сигеү. Шул уҡ ваҡытта ни өсөн “Ырымбур шәле” данын яуларға булышлыҡ иткән башҡорт кәсебен тергеҙмәҫкә?” – тине республика етәксеһе.

Тарихҡа
күҙ һалһаҡ...


Кейеҙ баҫыу – йөндө эшкәртеү ысулы йәһәтенән иң боронғо шөғөлдәрҙең береһе. Тарихи сығанаҡтарҙан күрене­үенсә, әҙәм балаһы йөндө үҙе өсөн кәрәкле сифатҡа индереү серен бынан һигеҙ мең йыл элек үк асҡан. Кейеҙҙән эшләнгән иң боронғо ҡомартҡылар араһында балаҫ һәм сепрәктәрҙең һаҡланыуы беҙгә күп мәғлүмәт бирә. Ҡырағай һарыҡтарҙан ағас-ташҡа эләгеп тороп ҡалып, мәмерйәлә йомарланып, тупҡа оҡшап ятҡан йөндәр кәрәк-яраҡ хәстәрләүгә юл асҡандыр. Ҡалдыҡ һәм табылдыҡ һарыҡ йөнөн йомарлап-тығыҙлап түшәк яһаған аҙаҡ тәүтормош кешеләре. Ваҡыт үтеү менән улар ҡырағай һарыҡты ҡулға эйәләштергән, күпләп мал үрсетә башлаған һәм һуңынан инде кейеҙ баҫыу шөғөлө барлыҡҡа килгән. Аҙағыраҡ ҡул көсөн махсус ҡорамалдар алмаштырған.
Кейеҙ донъя мәҙәниәтенә Евразияла тамырланған күсмә халыҡтың ижад емеше булараҡ килеп ингән. Йөн менән эш итеү Көнсығышта барлыҡҡа килгән тигән фекер менән ҡайһы бер ғалимдар килешеп бөтмәй. Ат, һарыҡ, кәзә аҫрағандарҙың барыһында ла, әйтәйек, Тибет, Памир, Алтай, Кавказ, Карпат, Балҡан тарафтарында, Иран, Афғанстан, хатта Финляндия, Норвегия, Перу илдәрендә лә был шөғөл үҫешкән булған.
Беҙҙең көндәргә тиклем кейеҙ баҫыу традицияһының өс төрө килеп еткән. Беренсеһе — Иран варианты. Был алым төркмәндәрҙә яҡшы һаҡланған. Меңдәрсә йыл элек нисек эшләгәндәр, хәҙер ҙә балаҫты шул рәүешле һуға улар. Аҡ, ҡыҙыл һәм ҡара төҫтәр өҫтөнлөк иткән келәмде һарыҡ мөгөҙө рәсеме биҙәй. Икенсеһендә Пазырык традицияһы ҡулланыла. 30 квадрат метрға йәйелгән мөһабәт балаҫ Эрмитажда эленеп тора. Унда төҫтәр әллә ни күҙгә салынмай, әммә кейеҙ шул тиклем ыҡсым итеп эшләнгән. Өсөнсөһө — Бүрәт Республи­каһындағы кейеҙ баҫыу алымы — борондан алып һаман үҙгәрмәгән, уның “игеҙәктәре” Монголияла ла табылған. Үҙенсәлеге шунда: кейеҙ бер генә төҫлө.
Уңайлы ла, йылы ла, шифалы ла әйберҙе бик күп маҡсатта файҙалан­ғандар. Кейеҙ тирмәгә ябыу өсөн дә, келәм, балаҫ эшләүгә лә уңайлы, яҫтыҡ тышы ла теккәндәр унан. Ҡылыс ҡыны итеп тә ҡулланылған был материал, һуғышсылар торҡа эсенән кейгән, уҡ шунда ҡаҙалып тороп ҡалһын өсөн ҡәлғәне япҡандар, ҡала диуарҙарын тоҙ ашамаһын өсөн дә кейеҙ ҡаплағандар. Ҡыҫҡаһы, кеше йөндән баҫылған әйбергә төрөлгән, тыуғас та уның менән йәшәгән. Мәйетте лә кейеҙгә урап ерләгәндәр. Кейеҙ – башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти ҡаралты әйбере.
XVI быуатта тәүге кейеҙ баҫыу оҫтаханалары барлыҡҡа килгән, XIX быуатта иһә махсус машиналар уйлап тапҡандар, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә.

Киңерәк таратыу кәрәк

Минеңсә, халыҡ кәсептәренең юғары өлгөһө булған кейеҙ баҫыуҙы тағы ла киңерәк таратыу һәм йәш быуынға еткереү өсөн төрлө йүнәлештә йоғонтоло саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәрәк. Кемдер, даими ойошторолоп тора ла баһа, тиер. Юҡ, тип өҙөп кенә әйтмәйем, әммә барыбер ул ғына бушлыҡты тултыра алмай.
Күптән түгел Башҡортостандың Милли музейында Республика көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арнап “Ҡурай нимә тураһында йырлай?” тигән кейеҙ күргәҙмәһе ойошторолғайны. “Бала ҡулы яһаған мөғжизә” тип теркәп ҡуйғанмын был турала ҡуйын дәфтәремә, Өфө районының Нөрлө ауылындағы “Йәйғор” балалар ижад йортонда шөғөлләнеүсе балаларҙың эштәрен ҡарағас.
– Ошоларҙы эшләгән бала бер ҡасан да насар юлға баҫмаясаҡ, быға иманым камил, – тине Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин. – Тиккә генә “матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тимәгәндәр. Ысынлап та, ҡайһы ғына эште алма, барыһы ла — торғаны бер хазина.
Өфө районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­ба­ҫары Люцина Ризуанова белдереүенсә, уҡыусы балаларҙы йыш маҡтап, дәртләндереп торорға кәрәк, башҡарған эштәрен халыҡҡа күрһәтеп барыу ҙа отошло.
Милли музейҙың оҙон коридоры тулыһынса ҡыҙҙарҙың ижад емештәре менән тулған. Теманың төрлө булыуы иғтибарҙы йәлеп итте, унда ауыл тормошонан, тәбиғәт күренештәренән алып, шәжәрәгәсә урын бүленгән. Мәҫәлән, Юлиә Рәхмәтуллина милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурайға дан йырлаған, ә Ирина Сәғиҙуллина фольклорға таянып, Һомайҙы һынландырған. Шулай уҡ кейеҙҙән һуғылған “Серле һандыҡ” (Регина Хисмәтуллина), “Иртә” (Карина Солтанова), “Шәжәрә” (Елизавета Рябова), “Башҡорт – баш бүре” (Ынйы Фәтхисламова), “Зөһрә һәм ай” (Гөлназ Әфләтунова) һәм башҡа эштәр хуплауға лайыҡ.
Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән халыҡ кәсептәре ҡаҙаныштары буйынса күргәҙмә-конференцияла ла кейеҙ баҫыу эштәренә айырым туҡталдылар. Оҫталар серен асҡан әлеге сара — баш ҡалала тәүгеһе. Быны сараны ойоштороусылар үҙҙәре лә йәшермәй.
Фойеға инеү менән һәр кем үҙен бай магазиндағы кеүек хис иткәндер. Кәштәлә — бишмәт, күлдәк, блузка, халат, шарф, бүрек, быйма, башалтай һымаҡ төрлө йылы кейемдәр, стенаға бәләкәй, ҙур балаҫтар эленгән, ә өҫтәлгә береһенән-береһе сағыу уйынсыҡтар теҙелгән. Барыһы ла кейеҙҙән. Шунда уҡ оҫталар үҙ һөнәрен күрһәтеп, бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Һарыҡ йөнөнөң ҡайһы ваҡытта ҡырҡылғаны кейеҙ яһау өсөн отошло?– тип һораныҡ.
– Республикала һарыҡ йөнө фай­ҙаланылмай тиерлек, сеймалды беҙ сит илдән һатып алырға мәжбүр, – тине кәсепселәр.
Бына һиңә мә!

Кейеҙ баҫыусы эшҡыуарҙы эҙләйем

Бер нисә йыл элек ғәрәп илдәренең береһенән килгән хөрмәтле илсе Ҡорбан байрамын үткәреү өсөн Башҡорт­остан­дан бөгөндән үк күпләп һарыҡ һатып алырға теләк белдергәйне. Килешәм, һарыҡсылыҡ республикабыҙҙа үҫеш юлында. Тик уны башлаусыларҙың төп маҡсаты – ит етештереү. Әбйәлил районындағы айырым кешеләрҙе иҫәпкә алмағанда, кейеҙ баҫыу менән ныҡлап шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы әлегә тиклем белмәйем.
Кейеҙ музейы бармы, ҡайҙа лаборатория? Иглин районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған республика семинарында күптәрҙең ошо ваҡ малды ит, һөт, йөн өсөн үрсетеү серҙәре менән ихлас уртаҡлашҡаны хәтеремдә. Берәүҙең дә ауыҙынан: “Мин һарыҡты кейеҙ баҫыу өсөн ишәйтәм”, — тигән хәбәр ишетел­мәне. Шунда яҡташымдан ни өсөн уның кейеҙгә тотонмауын төпсөштөм. Егеттең аңлатыуынса, төп сәбәп – кейеҙ баҫыу­ҙың күмәк көс талап итеүе. Кәләшең ярҙам иткән осраҡта ла диуарға элеп ҡуйырлыҡ бер келәм “тыуҙырыу” күп ваҡытты һәм көстө аласаҡ, шуға өмәлә оҫталар күп ҡатнашырға тейеш.
Бынан тыш, бысраҡ эш икән. Һарыҡ йөнөн йыуыу, ҡайнар һыуға тығып алыу, иркен урындыҡҡа йәйеп һалыу, уға биҙәктәр “ултыртып сығыу”, һалма йәйгән шикелле йәйеү... Махсус кейемһеҙ булмай.
Бәләкәй саҡтағы сәйер күренеш кисәгеләй күҙ алдымда. Октябрь аҙағы-ноябрь баштары етһә, күрше ятҡан Ырымбурҙан, шәкәргә эйәләшкән себен­дәй, быйма баҫыусылар беҙҙең яҡтарға эркелеп килә торғайны. Бер йылды быйма баҫыу өсөн буш торған бәләкәй йортобоҙҙо ҡуртымға алды бер ғаилә. Тын алғыһыҙ һаҫыҡ еҫ, түҙеп торғоһоҙ юғары температура... Иҙәнебеҙҙең буяуы юйылған, стеналарға сайыр сәселеп бөткән ине аҙаҡ. Кейеҙ баҫыу ҙа шундай уҡ эш инде. Ә һарыҡты ите өсөн генә аҫрау эшҡыуарға еңелерәк, күп сығым да талап ителмәй.
Ҡайһы бер йүнселдәрҙе тауарҙы аҡсаға әйләндереү мәсьәләһенең ауыр­лығы ныҡ өркөтә. “Бөгөн ялҡау булмаған һәр кеше умарта тота. Мәҫәлән, мин 200-гә еткерҙем, ул да сик түгел, ауылыбыҙҙа өй беренсә тиерлек умарталыҡ. Уның ҡарауы, һатып алыусылар һиҙелеп кәмене. Беҙҙән балды берәй нисек күмәртәләп һатып алыуҙы ойош­торһалар ине, бәлки, үҙәкләштерелгән тапшырыу урыны булдырыу кәрәктер”, – тигән тәҡдимен еткергәйне яҡын дуҫым. Кейеҙ әйберҙәрҙе һатыу мәсьәләһе лә хәл ителһә, иманым камил, күптәр халыҡ кәсептәренә тотоноп, был тармаҡҡа йән өрәсәк.
Кейеҙ баҫыу хаҡында юғарыраҡ даирә­ләрҙә йыш һөйләһендәр, был тауар ҙур баҙарға сыҡһын ине.
Хәҙер йәмғиәтебеҙҙе көндәлек тормош өсөн ябай ҡулдар тыуҙырған тәбиғи әйбер­ҙәр нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра бит. Этно-мәҙәни имидж төшөнсәһенең бар­лығы тураһында онотмайыҡ.
Дөйөм алғанда, төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәте хаҡында күберәк мәғлү­мәткә юлыҡҡан һайын, беҙҙән ваҡыттың күпме мөғжизәне һәм аҡылды йәшер­гәненә инанам. Иң ныҡ теләгәнем шул: кәсептәрҙең береһе лә онотолмаһын һәм юғалмаһын. Ә иң ҡыуанғаным – иҫ киткес үҙенсәлекле йолаларҙың, шул иҫәптән кейеҙ баҫыуҙың беҙҙең көндәргә хәтлем килеп етеүе. Ғөмүмән, халыҡтарҙың үҙенә генә хас шөғөлдәре, рухи донъяһы менән танышыу һәр саҡ һәм күңелдә аңлатып бөтмәҫлек йылы тойғолар уята.




Вернуться назад