Һаулыҡ һаҡлау “Ауыл табибы” йәшәрме?30.10.2015
Ошоға тиклем “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашырға теләк белдергән 21 төбәктең медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация аҡсаһын түләмәгәнлеге асыҡланды.

“Сентябрь башында федераль средстволарҙың ни бары 17 проценты ғына файҙаланылған, — тип хәбәр итте “Тормош сифаты” федераль проектының рәйестәше Сәлиә Мырҙабаева. — Шуға күрә эште йәһәтләү өсөн программаны бергәләп финанслауға үҙ бюджетынан аҡса бүлмәгән 34 төбәктең коорди­наторҙарына хат ебәрелде. Һөҙөмтә бар: октябрҙә был һан 30 процентҡа яҡынлашты, бурысын үтәмәгән төбәктәр исемлеге ҡыҫҡарҙы”.
Мотлаҡ социаль страховка фонды мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 14 октябргә медицина хеҙмәткәрҙәренә түләү өсөн 742 миллион һум аҡса күсерелгән. Карел, Хаҡас, Удмурт республикалары, Брянск, Тверь, Калининград, Волгоград, Силәбе һәм ҡайһы бер башҡа өлкәләрҙә 70 проценттан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Ә Новгород һәм Магадан өлкәләре хатта үҙ ҡаҙналарынан өҫтәмә рәүештә аҡса күсереүгә өлгәшкән.
Шуның менән бергә күптәр программаны тормошҡа ашырмаған. Үҙәктән иң ҙур финанс средстволары бүлеү планлаштырылған төбәктәр айырыуса борсоуға һала. Улар араһында беҙҙең республика ла бар.
— Башҡортостанға быйыл федераль бюджеттан 50 миллион һум аҡса күсерелергә тейеш. Ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалыу өсөн программаны бергәләп финанслауҙа йәһәтерәк ҡуҙғалырға кәрәк. Былтыр илдә федераль средстволарҙы үҙләштереү ни бары 56 процентҡа үтәлде. Бик үкенесле. “Берҙәм Рәсәй” партияһы, мәсьәләне тиҙерәк хәл итеүҙе һорап, әлегә эшкә ныҡлап тотонмаған төбәк башлыҡтарына хат ебәрҙе, — тине парламентарий. — Ауылдарҙа медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөүҙең мөһимлеген бер кем дә инҡар итә алмай. Киләһе йылдың бюджет проектында, төбәктәрҙең иҡтисади хәлен иҫәпкә алып, программаны финанслауҙағы өлөштө 10 процентҡа ҡыҫҡартыу ҡаралған. Әммә партия үткәргән мониторинг һөҙөмтәһе бының менән генә уңышҡа өлгәшеп булмаясағын раҫлай. Төбәктәрҙең программаны бергәләп финанслауҙағы өлөшөн һиҙелерлек кәметеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Белешмә. 2015 йылда бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙәре ауылға йәки ҡасабаға эшкә быйыл килгән 45 йәшкә тиклемге, юғары белемле, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡаралған.



Вернуться назад