Сабый тауыштары тынмаһын30.10.2015
Сабый тауыштары тынмаһын Сабый тауышынан да ҡәҙерлерәк нимә бармы икән донъяла? Бер ниндәй моң да, хатта оло тантаналарҙа яңғыраған гимн да бәпәй ауазына бер нисек тә тиңләшә алмай. Йәшәйешебеҙ асылы ла ошо ғәзиздәребеҙҙә бит. Күп балаға ғүмер бүләк иткән әсәгә иһә хатта бар ғаләм һоҡланғандай.

Кисә иртән туҡтауһыҙ яуған мы­жыҡ ямғыр кәйефте бер аҙ төшөр­гәйне. Башҡортостан Хөкүмәте йор­тона күп бала тәрбиәләгән бала­ларҙы “Єсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү тантанаһына барғас, күңел күтәрелеп китте. Республика­быҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән әсәй­ҙәргә ҡарап нисек ҡыуан­маҫ­һың?! Уларҙы бер ниндәй иҡтисади көрсөк тә, тормош ауырлыҡтары ла ҡурҡытмай. Иң мөһиме – ғаиләләре имен, ҡыҙҙары һәм улдары һау бул­һын. Архангел районының Заря ауылынан килгән Алһыу Исхаҡова ла ошондай фекерҙә.
– Бөгөн иртән Өфөгә юлға сығыр алдынан ирем Шамил изге теләк­тә­рен әйтеп, эшкә китте. Иң өлкән ҡы­ҙыбыҙ Миләүшә ике йәшлек Са­ми­рабыҙҙы ҡарап ҡалды. Бөгөн өйгә ҡайтыуымды барыһы ла тулҡынланып көтә. Минең өсөн ошо – иң ҙур бәхет, – ти биш бала әсәһе.
Алһыу менән Шамил Исхаҡов­тар­ҙың иң оло улдары Радик Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Табип буласаҡ егет спортты үҙ итә, бокс менән ныҡлап шөғөлләнә. Илназ иһә – Максим Горький ауылындағы урта мәктәп уҡыусыһы. Ћүрәт төшөрөргә яратҡан Айгизгә – биш йәш.
Тантанаға Баймаҡ районының Түбә ауылынан килгән Гөлдәр Илбулова ғаиләһе менән Талҡаҫ күле буйында ял итергә яратыуҙары, спорттың төрлө төрҙәрен үҙ итеүҙәре хаҡында һөйләне.
– Иң мөһиме – күҙ нурындай кү­реп, ҡәҙерләп үҫтергән балаларыбыҙ имен-һау һәм тәүфиҡлы булһын, – ти ҡатын.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғи­тов, тантанаға килгән әсәләрҙе матур байрам менән ҡотлап, бала­ларының изгелекле, илебеҙгә лайыҡ­лы граждандар булып үҫеүҙәрен теләне.




Вернуться назад