Банкты талағандар30.10.2015
Илдәге иҡтисади көрсөк үҙен шулай һиҙҙерәлер, күрәһең. Әле бына Өфөләге коммерция банктарының береһен талағандар. Полиция енәйәтселәрҙе эҙләү менән мәшғүл.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 26 октябрҙә ике ир, пистолетҡа оҡшаш әйбер менән янап, банк офисынан 1,5 миллион һум самаһы аҡсаны алып сыға. Енәйәтселәрҙең билдәләре: береһе — 17-20 йәштәрҙә, буйы 165-170 см, ҡаҡса кәүҙәле, өҫтөнә ҡара куртка, салбар, кроссовка кейгән, арҡаһына ҡара рюкзак аҫҡан; икенсеһе — 20-25 йәштәрҙә, буйы 165-170 см, күк төҫтәге куртка, ян-яғында өс һыҙаты булған ҡарағусҡыл салбар, аяғына кроссовка кейгән. Был кешеләр хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙың түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратыуын һорайбыҙ: 272-85-90 (Өфөләге 3-сө оператив пункттың дежур бүлеге), 237-19-60 (Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығындағы дежур бүлеге), 279-32-92 (Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны).



Вернуться назад