Күргәҙмәгә килмәй ҡалмағыҙ30.10.2015
Өфө художество галереяһында “Башҡортостан Республикаһының йәш рәссамдары” IV республика күргәҙмәһе асыла.

Экспозицияға сәнғәттең бөтә төрҙәре буйынса йәш рәссамдарҙың әҫәрҙәре инә. Иң яҡшы авторҙарға ҡиммәтле бүләктәр, лауреат дипломдары тапшырыла. Эштәр “Живопись”, “Скульптура”, “Графика”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте”, “Сценография”, “Актуаль сәнғәт” номинациялары буйынса баһалана. Еңеүселәр киләһе йыл Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ.
И. АСҠАРОВ.


Вернуться назад