Быуындар бәйләнеше өҙөлмәй30.10.2015
Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Максим Дунаевский, Артур Нәзиуллин һәм яңы быуын йондоҙҙары” проектының гала-концерты була.
— Легендар Дунаевскийҙар династияһы вәкилдәренең, шулай уҡ башҡа мәшһүр музыканттарҙың килеүе — республикабыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Өфөләр ҙә, баш ҡала ҡунаҡтары ла саранан ситтә ҡалмаһын ине. Дәүерҙәр бәйләнешен сағылдырған концертта барыбыҙға ла таныш йырҙар яңыса яңғыраясаҡ, — тине мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов.
Әйткәндәй, Дунаевскийҙар династияһы быйыл ике юбилейҙы билдәләй: Исаак Дунаевскийҙың тыуыуына 115 йыл булһа, Максим Дунаевскийға — 70 йәш. Әлеге проектты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәскәү дәүләт филармонияһы солисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, кларнетсы Артур Нәзиуллин Өфөгә килтерергә тәҡдим иткән. Тамашасыларҙы Бах, Гуна, Чайковский һәм, әлбиттә, юбилярҙар Исаак һәм Максим Дунаевскийҙарҙың әҫәрҙәре менән осрашыу көтә. Сәхнәлә шулай уҡ халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған йәш артистар сығыш яһай.