Шыршы ғына әрәм булды...28.02.2012
Шыршы ғына әрәм булды...Аҙна аҙағында, ниһайәт, илдәге иң мөһим сәйәси ваҡиға — Рәсәй Президентын һайлау — етәсәк. Ә уға тиклем, федераль телеканалдар күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең һәр төбәгендә митингтар ойошторола. Башҡортостан халҡы ла шым ятманы: төрлө лозунгтар менән майҙандарға сыҡты.
Өфө ҡала хакимиәте ҡаршыһындағы Ленин исемендәге майҙанда ғәҙел һайлау үткәреүҙе талап итеүселәр йыйылғайны. Уртаға "фальсификатор" тип яҙылған ҡарасҡы ҡуйылған булған, уға ут төрттөләр. Был һайлау ваҡытында тауыштарҙы дөрөҫ иҫәпләмәүселәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү тип ҡабул ителде. Шуныһы йәл: ҡарасҡы йәш шыршыға эленгән икән — ағас янып әрәм булды. Шулай уҡ һауаға Өфөләге һайлау участкаларында ғәҙеллек тантана итеренә өмөт менән 418 аҡ шар осоролдо.
Йыйылыусылар араһында нигеҙҙә йәштәр һәм пенсионерҙар ине. Күптәренең йөҙө битлек менән ҡапланған. Бәғзеләр ҡулдарына "Яблоко" партияһының һәм теркәлмәгән йәмәғәт ойошмаларының флагтарын тотҡан. Транспаранттар, лозунгтар араһында әҙәпһеҙ һүҙ яҙылғандары ла осраны.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад