Илдар Шафиҡовҡа ышаныс белдерелде30.10.2015
Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Илдар Шафиҡовты Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләне.

Илдар Шафиҡовҡа – 33 йәш, ул Кушнаренко ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын тамам­лаған. Төрлө йылдарҙа “Башкиргаз” йәмғиәтендә юрисконсульт, “Газпром межрегионгаз Өфө” йәмғиәтендә бүлек начальнигы, Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитетында директор урынбаҫары, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары булып эшләгән.


Вернуться назад