Мәктәптәр әле асыласаҡ!28.10.2015
Мәктәптәр әле асыласаҡ! Баш ҡалала ике мәктәп төҙөүгә 1.23 млрд һум аҡса бүленә. Уларҙың береһе – Дим районында, икенсеһе Киров районының Колгуев биҫтәһендә урынлашасаҡ. Проект ҡала, республика йә федераль бюджеттар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Төҙөлөштөң генераль подрядсыларын Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы конкурс нигеҙендә билдәләй. Киров районындағы мәктәп уҡыу һәм спорт биналарын, оҫтахананы үҙ эсенә алһа, Дим районындағы мәктәптә бассейн да буласаҡ. Төҙөлөштө 2017 йылдың 31 авгусына тамамлау күҙаллана.




Вернуться назад