Милли матбуғатҡа – заман талабы27.10.2015
Милли матбуғатҡа – заман талабы 27 октябрҙә Матбуғат агентлығы тарафынан ойошторолған "Мәғлүмәт технологиялары: милли баҫмаларҙың заман этабында үҫеш перспективаһы һәм йүнәлеше" тип аталған семинар уҙҙы.
Милли матбуғатҡа – заман талабыБашҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов барыһын да сәләмләгәндән һуң, һүҙ "Башҡорт проекттары" ойошмаһының ойоштороусыһы һәм координаторы Илдар Кинйәбулатовҡа бирелде. Мәскәүҙән килгән ҡунағыбыҙ "Милли баҫмаларҙы интернет селтәрендә үҫтереү алымдары һәм мультимедия редакцияһын булдырыу нигеҙе" тигән теманы күтәреп сыҡты. Артабан "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин телмәр тотһа, шағир һәм тәржемәсе Дамир Шәрәфитдинов "Лексика, тематика, Башҡортостандағы башҡорт телле баҫмаларҙың композицион төҙөлөшө" тигән тема менән алмашҡа килде. Семинарҙың һуңында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Румиль Аҙнабаев, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Азамат Юлдашбаев менән "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнашлығында "Милли баҫма: заман мәғлүмәт технологиялары шарттарында үҫеш перспективаһы һәм проблемалары" тигән темаға диспут-клубын ойошторҙо.




Вернуться назад