“Баҙлауыҡ” – бала саҡтың бәхетле утрауы28.10.2015
“Баҙлауыҡ” – бала саҡтың бәхетле утрауы “Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу — һөнәр”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Сабыйҙы рухи яҡтан бай, камил шәхес итеп тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә балалар баҡсаһының өлөшө ифрат ҙур. Сибай ҡалаһының “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы был йәһәттән һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Ул кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан яңғырап тора, үҙенә генә хас тормошта йәшәй, йолалары, йәшәү ҡағиҙәләре ҡалыплашҡан, бында һәр бәләкәс хәстәрлек менән сорналған.

Учреждениеға тәжрибәле бел­гес, үҙенә һәм хеҙмәт­тәш­тәренә талапсан, оҫта ойоштороусы Альбина Әсмәндиәрова етәкселек итә. Һәр баланың именлеге — уның иғтибар үҙә­гендә. “Етәксебеҙҙән уңдыҡ”, — тиҙәр коллективта ғорурлыҡ менән.
Педагогтар, балалар һәм ата-әсәләр коллективы шәхес тәрбиәләүҙә халыҡ йолаларын урынлы ҡуллана. “Һабантуй”, “Ҡышты оҙатыу” байрамдары, шулай уҡ “Атай, әсәй һәм мин — беҙ спорт ғаиләһе” сараһы даими үткәрелә, тәбиғәткә сәйәхәт ойош­торола, йәнлектәр һәм үҫем­лектәр донъяһын төплө өй­рәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Был балалар баҡсаһында тәр­биәләнгәндәрҙе һәр ҡала мәктәбендә беренсе класҡа ҡыуанып ҡаршы алалар, сөнки кескәйҙәргә төплө белем бирелә, тәрбиәселәр, музыка, физкультура уҡытыусылары, логопедтар, психологтар йүнәлешле эш алып бара.
Педагогия коллективы мәктәп­кәсә белем биреү өлкәһендә яңы башланғыстар индереүе менән ғорурлана ала. Баҡсала туған телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт төркөмдәрендә дәрестәр, байрамдар, төрлө консультациялар әсә телендә үтә. Балаһына туған телде өйрәтергә теләгән ата-әсәләр йылдан-йыл арта. Был йәһәттән педагогтар Шәүрә Шамил ҡыҙы, Гөлсәсәк Рәис ҡыҙы, Әлфиә Морат ҡыҙы ҙур эш башҡара. Улар тәжрибә ур­таҡлаша, ҡала буйынса үткә­релгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
“Баҙлауыҡ”та инглиз теле дәрестәре, спорт секцияһы, вокал һәм хореография түңә­рәктәре лә бар.
Тәрбиәселәр төрлө сара-кон­курстарҙа һәр саҡ әүҙем ҡат­на­ша, сараларҙа юғары ҡа­ҙа­ныштарға өлгәшеп, кол­лективтың абруйын күтәрә. Һәр бала һөйөүгә, хәс­тәрлеккә сорналһын өсөн Айгөл Исхаҡова, Гүзәл Ғибәҙуллина, Гөлшат Әбделмәнова, Лилиә Йорт­бә­ковалар бар күңелен биреп хеҙмәт итә.
“Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы бәхетле утрауҙы хәтерләтә. Унда йәшәүселәр даими камиллаша, тәү тапҡыр илап, көйһөҙләнеп тупһа аша үткән сабыйҙар ваҡыт үтеү менән, ҡыйыу, тәүәккәл шәхестәр булып, оло тормошҡа юл ала. Тәрбиәселәр, кескәй­ҙәрҙе ҡабул итеп, уларға йөрәк йылыһын биреп, матурлыҡты, изгелекте танырға, тыуған ерҙе яратырға өйрәтә.

.




Вернуться назад