Уҡыусыларға — хоҡуҡи белем28.10.2015
Башҡортостандағы район һәм ҡала судтары уҡыусылар өсөн “Хоҡуҡи белем” дәрестәре ойошторҙо.

Судьялар һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре балаларға Рәсәйҙәге суд системаһына, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын яҡлауға ҡағылған байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе аңлатты. Дәрестәрҙә ювеналь судтарҙың эше, бәлиғ булмағандарҙың енәйәт, административ, гражданлыҡ яуаплылығы, йәмғиәттә һәм ғаиләлә бала хоҡуғын яҡлау, тәртипһеҙ ғәмәлдәр, наркоманияны иҫкәртеү, балаларға ҡарата асылған енәйәт эштәре буйынса суд практикаһы ҡаралды.
Сараларҙа, суд системаһы вәкилдәренән тыш, эске эштәр һәм прокуратура органдары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.


Вернуться назад