Өсәүһе лә — бер көндә28.10.2015
Бынан ары баш ҡала халҡы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү квитанцияларын бер көндә ала башлаясаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләмәгән кешеләргә яуаплылыҡты көсәйтеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә ошо турала хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, әлегә тиклем 5 – 7 квитанция төрлө ваҡытта килтерелә ине.
— Түләүҙе бер ай эсендә ете тапҡыр төрлө көндәрҙә күсереү халыҡ өсөн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Барыһы ла квитанцияларҙы йыйып, ай аҙағында түләргә күнеккәйне. Һөҙөмтәлә аҡса тотҡарлана, бурыс күләме арта, — тине ул.
Әле төрлө ваҡытта коммуналь хеҙмәт, электр һәм капиталь ремонт өсөн өс квитанция килә. Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, бынан ары өс түләү ҡағыҙын да бер көндә тапшырыу мәсьәләһе хәл ителә.