Ғилем майҙанында йәштәр28.10.2015
Йыл башында “Инновациялар буйынса белешмә” республика йәштәр белем биреү программаһына ярашлы проекттар конкурсы иғлан ителгәйне. Ул 18 – 35 йәштәге студенттар, аспиранттар, ғалимдар, уйлап табыусылар, юғары технологиялы предприятиелар белгестәре араһында ойошторолдо.

Программаға ярашлы, тәүҙә ҡатнашыусылар ике аҙна дауамында лекциялар тыңланы. Икенсе этапта иң яҡшы тип табылған 40-ҡа яҡын проект һайлап алынып, уларҙың авторҙарына курс үткәрелде. Өсөнсө этап иһә – финал өлөшө. Мөһим һынауҙа ҡатнашыу өсөн иң яҡшы ун проект билдәләнде. Уларҙың авторҙарына инновацияларҙы таратыу, эшләнмәләрҙе коммерциялаштырыу һәм технологик бизнес булдырыу өлкәһен өйрәнеү буйынса ике айлыҡ уҡыу ҙа ойошторолдо. Был аҙнала иһә еңеүселәр билдәләнде.
“Баштехинформ” фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексының тәҡдиме менән булдырылған “Инновациялар буйынса белешмә” республика программаһы Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм төрлө предприятиелар ярҙамында тормошҡа ашырыла.





Вернуться назад