Һалҡын төшкәс, шәкәрләнә28.10.2015
Һалҡын төшкәс, шәкәрләнә Ҡара миләш Алтай крайында, Балтик буйы республикаларында күп үҫә. Файҙалы булыуы менән ул илебеҙҙә киң танылған еләк-емеш. Ҡара миләштә, алма менән сағыштырғанда, аҡһым — 3,9, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Кеше организмына кәрәкле каротин, В1 В2, Рр, С витаминдары бар.

Ҡара миләш тупраҡҡа талапсан түгел, ҡояш яҡтыһы төш­кән урында яҡшы үҫә һәм юғары уңыш бирә. Вегетация осо­ро иртә башлана. Апрель бөтөүгә бөрө ебәрә башлай, май аҙаҡтарында сәскә ата. Сәскә атыуы 16-18 көн дауам итә. Та­мыр системаһы тәрәнгә китмәй, һөрөү ҡатламында тара­ла. Ҡышҡы 35-36 градус һалҡында сәскә бөрөләре һәм бер йыллыҡ сыбыҡтары өшөй. Һалҡында зарарланған ҡыуаҡтар тиҙ төҙәлә һәм үҫеп китә. Ҡара миләш күп йылдар уңыш бирә.
Яңауыл районында “Нефтяник” коллектив баҡсаһы ойош­торолғас та, 1968 йылда уңдырышһыҙ, әсе, аҡһыл һо­ро, ауыр тупраҡлы ергә ҡара миләш үҫентеһе ултырт­ҡай­ныҡ. Һәр соҡорға өс күнәк серетмә, 200 г суперфосфат, 100 г хлор­лы калий, 300 г эзбиз ҡатнашмаһы һалдыҡ. Үҫенте ерегеп китте. Даими һыу һибелде. Ун йылға тиклем юғары уңыш бирҙе, һәр ҡыуаҡтан 3-4 биҙрә миләш йыйып ала инек. Ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа ҡыуаҡтарҙың өшөгәне булды. Яҙ, еләк ағастары япраҡҡа төрөнгәндә, ҡара миләш яланғас ултыра, төҙәлә, йәшеллеккә күмелә. Икенсе йылына юғары уңыш бирә.
Ҡара миләш ҡыуағын ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлауҙа ҡар ҡатламы ифрат ҙур әһәмиәтле. Бының өсөн ҡыуаҡты ҡар аҫтында ҡалдырыу хәстәрлеген күрергә кәрәк.
Ҡара миләште орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсетәләр. Был — төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы торорға һәләтле, юғары уңыш биреүсән, иҡтисади яҡтан файҙалы культура.
Унан варенье, һут, компот, шарап әҙерләйҙәр. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, витаминдар етештереү өсөн киң файҙаланыла.
Ҡара миләш һалҡындар төшкәс кенә шәкәрләнә, сифаты яҡшыра.
С. Хажиевтың “Емешле булһын баҡсаң” китабынан.



Вернуться назад