Халҡыбыҙ өсөн йылҡы малы айырыуса әһәмиәткә эйә. Юҡҡа ғына борондан уң ҡанат, тоғро дуҫ булып һаналмаған ул. Бөгөн дә күп фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Ләкин ат ҡарауҙың мәшәҡәттәре лә байтаҡ. Айырыуса ауырып китһә. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мин, ветеринар булараҡ, ат аҫраған кешеләргә бер нисә кәңәшемде яҙып үтмәксемен. Йылҡы ите донъяның күп илдәрендә юғары баһалана. Ул — тиҙ үҙләштереүсән, туҡлыҡлы аҡһым. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ла бик файҙалы. Мәҫәлән, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда… Аминокислотаға бай, унда аҡһым да һыйыр итендәгегә ҡарағанда күберәк. Ә инде ат ҡаҙыһының тәмен, туҡлыҡлы булыуын кем генә белмәй.
Ҡымыҙҙың шифалы һәм туҡлыҡлы эсемлек булыуы хаҡында ла барыһы ла хәбәрҙар. Республикала ҡымыҙ әҙерләүҙең бай тәжрибәһе тупланған.
Ғәҙәттә, аттарҙың организмына һыу, аҙыҡ менән бергә төрлө микробтар, паразиттар инә. Уйлап ҡараһаң, улар әллә ҡасан ауырырға тейеш кеүек. Ләкин барыбер йөрөйҙәр, сабалар, йөк ташыйҙар. Бының сәбәбе ошо микробтарға ҡаршы торорлоҡ көслө иммунитет булыуҙа. Организмдың һаҡланыу һәләтенә хайуандың тиреһе, тышҡы һәм эске лайлалы тиресәһе, лимфалар (аҡһымға бай физиологик шыйыҡса) ыңғай тәьҫир итә. Шуға күрә ҡан юлына эләккән бик күп микробтар йәшәй алмай. Ашҡаҙан һуты ла төрлө паразиттарға ҡаршы тора.
Иммунитетты һаҡлау, нығытыу һәм иҫкәртеү өсөн төрлө саралар күрелә:
а) иртә яҙҙан аттарға сап (манка) ауырыуына тикшереү үткәрелә;
б) хайуандарҙа һәм кешеләрҙә була торған үтә йоғошло Себер бешмәһе ауырыуынан прививка яһала.
Аттар өсөн йоғошло булмаған ауырыуҙар араһында колит —йыуан эсәк ауырыуы ла йыш осрай. Был ауырыуҙың сәбәбе нисек ашатыуҙан тора. Бысраҡ һыу эсереү, дөрөҫ туҡландырмау ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуына килтерә. Мәҫәлән, күгәргән бесән, ашҡаҙан өсөн ауыр булып һаналған арпа, янған һоло ашатыу, тирләгән атҡа һалҡын һыу биреү йыуан эсәк тиреһенең шешеүенә килтерә. Сирле ат аунай, артҡы һынына ултыра, аяҡтары менән ҡорһағына тибә, тын алышы ауырлаша, эсе ҡабара, көтөрләй. Ул өйәнәк формаһында була. Шуға күрә ат тотоусыларға тиҙ арала ветеринарға мөрәжәғәт итеү мөһим. Аттың ҡорһаҡ өлөшөн сепрәк, ҡоро һалам менән ышҡыйҙар, ыуалар, һуңынан септә ябалар. Был эш ярты сәғәт һайын ҡабатлана. Өйәнәктән яфаланған атты ашатырға ярамай. Шулай уҡ тән температураһының ҡапыл төшөүе йәки күтәрелеүе (ауыр эш ваҡытында), малдарҙы тар һарайҙа тотоу (күмәк мал араһында) сәбәпле, бер-береһенә бәрелеүе, тибеүе лә шундай ауырыуға килтерә.
Юғарыла һанап үткән ысулдарҙы ҡулланһағыҙ, атығыҙҙы ауырыуҙан һаҡларһығыҙ.
Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.