Өфөлә ер тетрәнеме?28.10.2015
Ошо көндәрҙә баш ҡалала күптәр ер тетрәүен тойҙо. “112” ҡотҡарыу хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөнөң алты районында ҙур булмаған сейсмоәүҙемлек теркәлгән.
Халыҡтан күп кенә мөрәжәғәт булған. Уларҙа фатирҙағы люстраларҙың, һауыт-һабаның һелкенеүе хаҡында хәбәр итәләр. Бындай биналарға район граждандарҙы яҡлау идаралыҡтарынан вәкилдәр ебәрелгән. Белгестәр биләмәләрҙе ентекле тикшереп сыҡҡан.
Ҡотҡарыу хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, Башҡортостан сейсмик йәһәттән хәүефле төбәктәр иҫәбенә инмәй. Әлеге ваҡиғаға Пакистан менән Афғанстандағы ер тетрәү сәбәпселер тигән фараз бар.