“Йәштәр – башҡорт халҡының стратегик ресурсы” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның уҙыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов октябрь уртаһында йәш депутаттарҙың беренсе форумында, йәшлек менән алдырырға тейешһегеҙ, тигән һүҙҙәргә тиккә генә баҫым яһаманы.Йәштәр һарайына килеп ингән һәр кем ҡунаҡсыл мөхиткә эләкте: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты китап менән сауҙа итә, Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар милли кейемдәр күргәҙмәһе ойошторған ине. Унда ла, бында ла өйкөм-өйкөм йыйылған фекерҙәштәрҙең, дуҫтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге форумға төрлө тарафтарҙан башҡорт йәштәренең иң әүҙемдәре ашҡынып килеп еткән. Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең йәмәғәтселеккә, халҡына еткерер тәҡдимдәре күп йыйылған, барыһы ла яңы идея менән яна, тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.
Ришат Хажиғәле улының сығышын “Башҡорт йәштәре, алға!” тип тамамлауы оло мәғәнәгә эйә ине.
– Башҡортостан – башҡорттарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан берҙән-бер төбәк, ә инде йәштәр менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләү – киләсәктең яҡты булырына бер ышаныс, – тип башланы һүҙен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов. – Тормош ҙур тиҙлектә үҙгәреүсән, ә йәш быуын насар ғәҙәттәргә тиҙ бирешеүсән. Көнбайыштан көсләп тағылан идеологияға – эскелекте, наркоманияны, бер енесле никахтарҙы, компьютерға бәйлелекте пропагандалауға ҡаршы торорға кәрәк. Йәштән үк илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙе күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Хәләф Хәлфетдин улы мәғариф системаһында алып барылған ҡулайлаштырыу процесына, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ябылыуына, милләттәштеребеҙҙең ситкә китеп эшләүенә тәрән борсолоуын белдерҙе. Ә бына милли үҙаңға бәйле сараларҙың яҡшы ойошторолоуын телгә алды. Йәрмәкәй, Дыуан, Яңауыл, Асҡын, Тәтешле, Илеш райондарын, Пермь крайын миҫал итеп килтереп, шәжәрә байрамдарын башҡорттарҙан күрмәксе бүтән халыҡтарҙың да уҙғарыуын әйтеп үтте.
Төштән һуң конференция эше төрлө секцияларҙа дауам итте.