“Тәләфләүгә юл ҡуймаҫҡа”28.10.2015
“Тәләфләүгә юл ҡуймаҫҡа” Өфөлә ХV Рәсәй энергетика форумы башланды. Ул үҙ эсенә “Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель” тип аталған ХХI махсус һәм “ШОС һәм БРИКС энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһен ала.

Сараны республика Башлығы Рөс­тәм Хәмитов асып, уның энергетика тармағында етди әһәмиәте ха­ҡын­да һөйләне:
– Энергетика форумы тармаҡты үҫ­тереү буйынса эшлекле һәм һөҙөм­тәле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн мөһим май­ҙансыҡ ролен үтәй, – тине ул. – Энергияны һаҡсыл, файҙалы тотоноу йә­шә­йешебеҙҙә көнүҙәк урынды биләй. Сәнәғәтебеҙ донъя баҙарында тейешле урын алып торорға тейеш.
Йыйында Рәсәйҙең 18 төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан, Сербия һәм Германиянан 120 компания ҡат­наша. Эшлекле осрашыуҙар, секция ултырыштары ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыуҙа, алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, бәйләнеште нығы­тыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ.
Программаға шулай уҡ халыҡ-ара конференциялар уҙғарыу инә. “Йәшел энергетика – хыялдан ысынбарлыҡҡа”, “Энергетикала импортты алмаштырыу” һәм башҡа секцияларҙың һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ.
Форумдың тағы бер мөһим маҡ­са­ты – дәүләт һәм бизнес вәкилдәре ара­һындағы һөҙөмтәле һөйләшеү. Һу­ңы­нан резолюция ҡабул ителеп, энергетика өлкәһендә көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе атҡарып сығыу юлдары билдәләнәсәк.




Вернуться назад