Кәрзингә бер аҙ өҫтәнеләр28.10.2015
Кисә Башҡортостан парламентына инеүселәр ғәжәпләнеберәк ҡалды. Уларҙы Әҙәбиәт йылына арналған күргәҙмә ҡаршы алды. Экспонаттар республикабыҙҙың төрлө осорҙа депутат вазифаһына һайланған яҙыусыларына бағышланғайны.
Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышының көн тәртибендә төп урынды бюджет мәсьәләләре алып торҙо: республиканың 2016 йылға һәм 2018 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешенә прогноз, киләһе һәм унан һуңғы ике йылға ҡарата бюджет проекты, мотлаҡ медицина страховкалауының территориаль фондының шул уҡ осорға бюджет проекты. Бюджеттың яҡынса үлсәмдәрен гәзитебеҙҙә биргәйнек инде, әле уны беренсе уҡыуҙа ғына ҡабул иттеләр, шуға күрә аныҡ һандар тураһында һөйләргә иртәрәк.
Депутаттар бер юлы 2015 йылғы бюджет тураһындағы законға ла үҙгәрештәр индерҙе. Эш шунда: быйыл республиканың дәүләт ҡаҙнаһына өҫтәмә рәүештә биш миллиард һумдан ашыу килем ингән, һәм уны бүлгеләүҙе законлаштырыу талап ителә.
Дәүләт Йыйылышы шулай уҡ башҡа закон проекттарын да ҡараны. Улар араһында социаль әһәмиәтле булғандары ла байтаҡ. Республикабыҙҙа ҡулланыу кәрзинен билдәләү тураһындағы законға үҙгәреш проекты, мәҫәлән, пенсионерҙарҙың киләһе йылға йәшәү минимумын 7 842 һумға еткерергә тәҡдим итә. Әле был күрһәткес 6 513 һумға тиң, ә 2016 йылда ул 1 329 һумға артасаҡ.