Көн дә фажиғә, тик кешеләр белекһеҙ...28.10.2015
Көн дә фажиғә, тик кешеләр белекһеҙ... Кисә баш ҡаланың Карл Маркс һәм Революцион урамдары киҫелешендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы уҡыусылары “Форд” микроавтобусында диспан­серизацияға юл тотҡан була. Уға “Фольксваген Поло” автомобиле ки­леп бәрелә. Һөҙөмтәлә микроавтобус түңкәрелә. Автобустағы 16 кешенең 14-е балалар була. Уларҙың етәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡаланың 17-се дауаханаһына оҙатыла. Авария сәбәптәре әле асыҡлана.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо юл хәленә лә йоғонто яһай. Шул арҡала авариялар бермә-бер артҡан. Ошо көндәрҙә Иглин районында ауыр йөк автомашиналары тауға менә алмай ҙур тығын барлыҡҡа килтер­гән... Бәләбәйҙә ҡарҙан ауырайған ҡарт ағас машина өҫтөнә ауған... Өфөлә ер убылып китеп, йөк ма­ши­наһын “йотҡан”. “Ка­мАЗ”­-ды манипу­лятор яр­ҙа­мын­да соҡорҙан саҡ тартып сығар­ғандар...
Бүздәк ра­йо­нын­да иһә “Ла­да При­ора”­ның 71 йәш­лек водителе аң­һыҙ­лы­ғы ар­ҡа­­һын­да ғаи­лә­һен юғалт­ҡан. Ҡар яуып торған көн­дә ҡышҡы тәгәр­мәстәр­һеҙ оҙон юлға сығырға йөрь­әт иткән ул. Һө­ҙөмтәлә маши­наға идара итеү һәләтен юғал­тып, ҡаршы һыҙатта килгән “Тойота Камри” автомобиле менән бәрелеш­кән. “Лада Приора”ла ултырған 66 йәш­лек ҡатын һәм өс йәшлек ҡыҙ бала һәләкәт урынында уҡ йән биргән, баланың әсәһе йәрәхәттәренән дауаханала вафат булған.
ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, һуңғы өс көндә республикала утыҙҙан ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, 40-тан ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл иғтибарһыҙ­лыҡты һәм тиҙлекте ғәфү итмәй, ошо хаҡта онотмаһағыҙ ине.




Вернуться назад