Йәш кешегә шәфҡәт ит, уҙаманды хөрмәт ит27.10.2015
Тормоштоң ошо ҡағиҙәһе йәмғиәтте күтәрә
Тормош кәйеф-сафанан йә ҡайғы-хәсрәттән генә тормай. Уның кешеләр яҙмышына һалған кисерештәрен, хистәрен, төҫтәрен аңлатырлыҡ һүҙ, һүрәтләрлек буяу табыу мөмкин түгел. Был донъяға килгән һәр кем, тормошҡа аяҡ баҫҡан һәр быуын үҙ ҡарашы, үҙ хыялы, үҙ идеалдары менән йәшәй. Гете әйтмешләй, “донъя, ғөмүмән алғанда, алға табан барһа ла, йәштәргә һәр ваҡыт бөтәһен дә яңынан башларға тура килә”.
Уйлай китһәң, бының шулай икәнлегенә ышаныу ауыр түгел. Беҙ, ололар, үҙебеҙҙең ата-әсәлек бурысына тоғролоҡ һаҡлап, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ ғүмер юлын башлағанда туңмаһын-янмаһын өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға әҙербеҙ. Һәм был генетик логика ҡанундарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ошо хәсрәт-хәстәрҙәр, башҡарған эштәребеҙ, ғөмүмән, донъяға ҡарашыбыҙ йәштәр тарафынан ҡабул ителмәүе лә ихтимал. Сөнки тыуғанда уҡ улар бүтәнсәрәк донъяға аяҡ баҫты. Ауырлыҡ менән булһа ла быны аңларға тырышырға тура килә.
Таҡташтың “Мөхәббәт тәүбәһендәге” тиле йәшлек кеүек романтик хистәр тураһында хәҙерге заманда һүҙ алып барыу урынлымы икән? Минең ҡарашҡа, бөгөнгө быуын йәштәрендә рациональ аҡыл да, йүнселлек тә, яманлыҡты яҡшы итеп күрергә тырышыу ҙа — күп һыҙаттар бергә уҡмашып йөрөй. Бәлки, ундай хәл элек тә булғандыр, беҙ йәштәр тураһында ололарса ҡәтғилек менән хөкөм йөрөтәбеҙҙер, әммә хәҙерге ҡырыҫ заманда йәштәр иңенә гражданлыҡ яуаплылығы иртәрәк төшә, ил яҙмышында уларҙың урыны арта бара, шулай булғас, йәштәр проблемалары йәмғиәт алдына дәүләттең оло мәсьәләһе булып килеп баҫа.
Йәштәр сәйәсәте хәҙер, шау-шыулы кампанияларҙан арына алмаһа ла, эшлеклерәк һәм тормош ысынбарлығына яҡыныраҡ төҫ ала. Мине, ҡасандыр юғары уҡыу йортон тамамлаған кешене, студенттар төҙөлөш отрядтарының яңынан тергеҙелеүе ифрат шатландырҙы. Эшсе ҡулдар етешмәгән осорҙа хужалыҡтар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре әллә ниндәй “шабашниктарға” түгел, ә көсө ташып торған, тәртипле, эшләргә һәм хеҙмәт хаҡы алырға ынтылған студент йәштәргә мөрәжәғәт итә. Бының социаль эҙемтәләре баһалап бөткөһөҙ.
“Йәштәргә — эш” тип аталған, даими төҫ алған саралар эш таба алмай йөрөгән егеттәр һәм ҡыҙҙарға ярҙам йөҙөнән бик әһәмиәтле. Ошо акциялар ваҡытында ғына өс меңдән күберәк йәш кеше эшкә урынлашҡан. Йә булмаһа, йәштәрҙең наркотиктарға, араҡыға, тәмәке тартыуға ҡаршы әүҙем генә сығыш яһауы өмөт уята. Ләкин был йәһәттән йәштәрҙе дәүләт тә, бөтә йәмәғәтселек тә дәртләндерергә тейеш. Наркотиктарға, тәмәкегә, бигерәк тә хафаға һалған һыраға ҡаршы көрәштә йәштәрҙең генә көсө етмәүе лә ихтимал. Ҡәтғи закондар һәм уларҙы шундай уҡ ҡәтғилек менән үтәү ҙә кәрәк. Әлегә иһә дәүләт тә, йәмәғәтселек тә ғәфү ителмәҫлек вайымһыҙлыҡ күрһәтә.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙе генә түгел, йәш ғаиләләрҙе ҡурсалау буйынса ла закондар ҡабул ителгән. Күп балалы, ауыл ерендә йәшәүсе ғаиләләрҙе яҡлау программаһында сабыйы булған студент ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү ҙә күҙ уңында тотола, уларға өҫтәмә пособие түләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы алыҫ тарих булып барһа ла, Советтар Союзы, унан һуң — Рәсәй һил генә шарттарҙа, үлем-залимһыҙ йәшәй алманы. Афғанстан сүллектәрендә, Төньяҡ Кавказ тауҙарында, “Курск” һыу аҫты атом крейсерында баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙың ғүмере ысындан да илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлау өсөн кәрәк булдымы? Һыҙланһаҡ та, беҙ был һорауҙы хатта бер-беребеҙгә лә бирмәйбеҙ. Сөнки йөрәк фронтһыҙ фронтта юғалған ҡорбандар менән килешә алмай. Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, ҡоралды иң тәүҙә ҡулға йәштәр ала. Тимәк, беренсе булып улар һәләк була. Өфөнөң Еңеү паркында асылған мемориаль комплекс, әлбиттә, һәләк булғандар хаҡында хәтеребеҙгә һүрелергә ирек бирмәһә лә, ил күрке булырлыҡ егеттәребеҙҙе илгә ҡайтара алмаҫ.
Йәмғиәттең өлгөргәнлеге уның ололарға һәм сабыйҙарға мөнәсәбәте менән билдәләнә тип раҫлау хаҡ булған кеүек, донъя яҙмышының да йәштәр ҡулында булыуы шик тыуҙырмай. Бала иртәгә — үҫмер, үҫмер артабан ир булып етер. Кемдең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡанын төҫмөрләү өсөн беҙгә, өлкәндәргә, шул йәштәрҙең тормошо менән бер мөхиттә йәшәргә кәрәктер. Халыҡ рәхмәтен яуларлыҡ та, илгә зәхмәт булырлыҡ та шәхестәр үҙебеҙҙең арала үҫә.
“Йәш кешеләр үҙенең алдында — үрҙәр, ә ҡарттар тик тауҙар ғына күрә”, тигән боронғо бер аҡыл эйәһе. Быйыл, республика көнөн байрам иткән мәлдәрҙә, бер нисә йәш кешегә Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялары тапшырылды. Был йәштәр — әле морон төрткән бөрө һымаҡ ҡына. Һәләттәре ҙур талант булып балҡып китһен өсөн уларға әсе тир диңгеҙен кисергә, энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға тура киләсәк. Бөтәһе лә үҙҙәренең ҡулында. Иң мөһиме шул: республикабыҙҙа талантлы йәштәрҙе күрә, таба, күтәрә беләләр. Тимәк, уларҙың киләсәге хаҡында уйлайҙар.
…Йәшлек ут менән бер: көндәр, айҙар, йылдар ошо утта янып көлгә әйләнмәһен, киреһенсә, уның ялҡыны бөгөнгө тормошобоҙҙо, илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың киләсәген йылытһын.