“Уйлан, кеше!” конкурсына йомғаҡ яһалды27.10.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙә­биәт йылы айҡанлы танылған йырсы, Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты Радик Динәхмәтов “Баш­ҡортостан” гәзите ме­нән берлектә уҡыусыларыбыҙ ара­һын­да “Уйлан, кеше!” тигән конкурс иғлан иткәйне. Унда бик күп авторҙарыбыҙ ҡат­нашты, әммә ярыштың шарты буйынса “Башҡортостан” гәзитенә яҙы­лырға онотоусылар ҙа байтаҡ ине. Шулай ҙа тәрән йөкмәткеле шиғырҙар ебәреп, киләһе йыл да баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡалыусылар ҙа табылды.
Шулай итеп, 28 октябрҙә сәғәт 2-лә Башҡортостан Яҙыусылар союзының тамаша залында (Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се йорт) йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәребеҙҙе – Благовар районынан Гөлфирә Әхмәт­ши­на­ны, Дәүләкән районынан Гөлшат Са­матованы, Ҡариҙел районынан Рау­шания Ғиндуллинаны – байрамда кө­төп ҡалабыҙ. Конкурстың дипломы­на шулай уҡ Стәрлетамаҡтан яҙыусы Кәбир Аҡбашев, Ҡариҙел районынан Радим Оморҙаҡов, Борай районынан Гөлнара Фазулова лайыҡ булды.
Кисәлә конкурсты ойоштороусы йыр­сы Радик Динәхмәтов һеҙҙең өсөн концерт менән сығыш яһаясаҡ. Байрамда шулай уҡ күренекле яҙыу­сы­лар, “Башҡортостан” гәзите хеҙ­мәт­кәрҙәре ҡатнаша. Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!




Вернуться назад