Аҡса кәрәкһә, ғариза яҙ27.10.2015
Рәсәйҙең Пенсия фонды Әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр түләнә торған 20 мең һумды алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкәртә. Бының өсөн фондтың территориаль органдарына ғариза яҙырға кәрәк.
Октябрь башына ҡарата илебеҙҙә 1,6 миллиондан ашыу ғаиләгә 32 миллиард һум күләмендә аҡса түләнгән. Әгәр капиталдың бер өлөшөнә дәғүә итһәгеҙ, киләһе йылдың 31 мартынан да һуңға ҡалмайынса Пенсия фондына ғариза тапшырыу шарт. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаны алыу өсөн балаға нисә йәш тулыуы ла мөһим түгел.