Урындағылар битараф…27.10.2015
— Муниципаль власть Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәләренең мөрәжәғәттәрен йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалдыра, — тине фронттың Баш­ҡорт­остандағы төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙәге улты­рышта сығыш яһағанда.

Уның әйтеүенсә, урындарҙа көн тәр­тибен билдәләү – төбәк штабы эшмә­кәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе, һәм был йәһәттән республика ҡала­ла­рындағы активистар ҙур ярҙам күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта улар муниципаль власть вәкилдәренең баҫымынан азат түгел.
– Бер ерҙә йәшәгәнгә күрә фронт ағзаларына район йәки биләмә баш­лыҡ­тары менән тығыҙ бәйләнештә эш­ләр­гә тура килә. Урындарҙа әх­ла­ҡи-психологик баҫымдың да ярайһы уҡ юғары булыуын билдәләргә кәрәк. Хәлде үҙгәртеү өсөн халыҡ фронтына активтың абруйын күтәреү, битараф булмаған кешеләрҙе эшкә йәлеп итеү зарур, — тине Эльвира Айытҡолова.




Вернуться назад