Бөтә Рәсәй фән фестивале уңайынан Өфөлә бик күп ғилми саралар булды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла унан ситтә ҡалманы. Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” монографияһының исем туйы үтте.Луиза Сәмситова – лингвокультурология, когнитив лингвистика, грамматика өлкәһендә бик әүҙем эшләгән ғалим, 150-нән ашыу фәнни-методик хеҙмәт авторы. Уларҙың араһында һүҙлектәр, монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм башҡа китаптар бар.
Кисәгә абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Педагогия фәндәре докторы, профессор Лена Сәйәхова, башҡорт филологияһы факультетының 1996 йылғы сығарылыш студенты, филология фәндәре докторы, профессор, Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары Исмәт Бинәр, тәжрибәле педагог-методистар, педагогия фәндәре кандидаттары, профессорҙар Әхмәр Аҙнабаев һәм Рәшит Әлмөхәмәтов һәм башҡа ғалимдар, бер тауыштан монографияны хуплап, был ғилми эште бик кәрәк тип тапты, сөнки бөгөн лингвокультурология проблемаһы иң төп һәм мөһим проблемаларҙың береһе һанала. Ул — башҡорт тел ғилемендә яңы йүнәлеш. Халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын, психологияһын, философияһын, аңын, рухын, менталитетын тел менән бәйләп тикшереү халыҡты төрлө яҡтан үҫтерә генә. Быныһы инде бик ҡыуаныслы. Луиза Хәмзә ҡыҙы үҙ эҙләнеүҙәрендә башҡорт прозаһын, фольклорын, поэзияһын лингвокультурологик йүнәлештә ентекләп өйрәнә һәм шуның менән башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Әйткәндәй, Луиза Сәмситова – бар яҡтан да өлгөр кеше. Ул, факультеттың эшен алып барыуҙан тыш, фән менән ныҡлап шөғөлләнә, спорттан да ситтә ҡалмай, уның аспиранттары, магистранттары әленән-әле маҡтаулы исемдәргә, гранттарға лайыҡ булып тора. Уҡытыусыбыҙ йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй. Бик талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле, рухлы, эшһөйәр, мәрхәмәтле, заман менән бергә атлаусы, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, күптәргә өлгө булырлыҡ шәхес ул.
Луиза Сәмситова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Был шатлыҡлы ваҡиға сараға йәм өҫтәне.
Ләйсән ИШМЫРҘИНА,
БДПУ-ның II курс студенты.