Һабаҡтары ҡалды27.10.2015
Күренекле педагог Рәсимә Ураҡсина менән ижади дуҫлығыбыҙ 2002 йылда, Рәсәйҙең Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында башҡорт студияһы асылғас, башланғайны. Биш йыл уҡытыусылар, студенттар өсөн бик тиҙ үтеп китте. Бөгөн Өфө һәм Сибай драма театрҙары ошо мәктәпте тамамлаған сағыу шәхестәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы йәштәрҙә, буласаҡ актерҙарҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, әҙәби телгә һөйөү уята алды. Ул тәжрибәле педагог ҡына түгел, талантлы шағирә лә ине. Туған тел дәрестәрендә башҡорт шиғриәте үҙенсәлектәрен асырға тырышты.
Училищела уҡытҡан йылдарында Рәсимә Ураҡсина тәржемәсе булараҡ та танылыу алды. Бөтә диплом спектаклдәре, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр, яҙмалар Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы тарафынан оҫта тәржемәләнде. Улар иҫәбендә балалар шиғриәте классиктары К.И. Чуковский менән С.Я. Маршактың, И.А. Крылов менән С. Михалковтың әҫәрҙәре лә бар. Ә бөйөк урыҫ шағиры А.С. Пушкиндың “Евгений Онегин” романынан һәм “Полтава” поэмаһынан өҙөктәрҙең башҡортсаға тәржемәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы.
М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының 200 йыллығы айҡанлы Өфөлә “Слово. Театр. Жизнь. Культура башкирской речи” дәреслеге нәшерләнде. Был уҡыу-методик ҡулланма — профессорҙар Л.С. Максимова менән Н.А. Макарованың һәм доцент Р.М. Ураҡсинаның биш йыллыҡ хеҙмәт емеше. Ҡулланмаға Рәсимә Ураҡсинаның байтаҡ тәржемәләре лә индерелгән. Уникаль материалдар йыйылмаһы буйынса бөгөн был китап — башҡорт телен яратҡан һәр кеше өсөн ҙур рухи байлыҡ ул.
Һоҡланғыс, күркәм шәхестең ғүмере өҙөлдө. Уны белгән һәм яратҡан кешеләр өсөн ғәйәт ҙур юғалтыу был. Йәнле шиғырҙарын уҡығанын, уның тауышын һис ҡасан да ишетмәйәсәгебеҙгә ышанғы ла килмәй.
Ошо көндәрҙә Рәсимә Миңлебулат ҡыҙына 65 йәш тулған булыр ине. Киләсәккә ижади пландар менән янып-көйөп йәшәгән, көс-дәрте ташып торған осорҙа арабыҙҙан китте ул. Һоҡланғыс, гүзәл һәм талантлы шәхес Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Л. Максимова, Н. Макарова,
Л. Кремнева, И. Лях, Т. Аносова, Т. Лякина,
И. Хвацкая, М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы профессорҙары.



Вернуться назад