Уңыш сере ямғырҙа ғынамы?..24.10.2015
Уңыш сере  ямғырҙа ғынамы?.. “Восход” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре ураҡты Краснокама районында беренселәрҙән булып тамамлағайны. Хужалыҡ етәксеһе Илнур Ахунов мул уңыш серен төбәктә ямғырҙың ваҡытында ерҙе дымға туйындырыуына бәйләй.

– 2004 йылда тарҡалған хужалыҡты етәкләргә йөрьәт иттем. Гүзәл күлдәр янында урынлашҡан Иҫке Мошто, Уртауыл ауылдарын үҙ эсенә ала ул. “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһына рәхмәт – ферманы төҙөклән­де­реүгә ҙур ярҙам алдыҡ, — тине ул.
Ысынлап та, беҙ килгәндә бында эш гөрләп тора ине. 250 башҡа иҫәпләнгән бинала аҙыҡ таратыу, һыу биреү, тиреҫ сығарыу эштәре механизацияланған. Һөт үткәргес бар.
Уңыш сере  ямғырҙа ғынамы?..Дүртөйлө районы егете Илнур Ахунов был яҡтарға яҙмыш ҡушыуы буйынса килеп төпләнә. Ул етәкселек иткән осорҙа мал һаны арта, хәҙер 450 баш һыйыр аҫрала, техника яңыртыла.
— Мал аҙығы мул әҙерләнде, — ти ул. — Һәр башҡа 32 берәмек аҙыҡ тупланды, һәр һыйырҙан көнөнә 12 литр һөт һауыла. Былтыр 100 баш тоҡомло тана алып ҡайтҡайныҡ. Һөттө мул бирәләр. Айына 750 мең һум килем алабыҙ. Унан тыш, мал һимертеп, ит һатыу ҙа табыш килтерә. Иген игеү, мал ҡарау кеүек ауыр ҙа, яуаплы ла эш менән 18 кеше шөғөлләнә. Иң уңғаны — Ғәлимйәновтар ғаиләһелер. Ғәфүр ферма мөдире булып эшләй, кәрәк икән, тракторға ла ултыра. Ҡатыны Сулпан — тәжрибәле һауынсы.
Әйткәндәй, “Восход” хужалығы ҙур түгел, сәсеүлек майҙаны мең гектарҙы биләй. Әммә үҙ көстәре менән етерлек бесән, силос, сенаж әҙерләй алғандар. Суданка, эспарцет мул уңыш менән һөйөндөргән.
Тырышҡанға юлы ла асылып тора. Үҙ техникалары етерлек, өҫтәүенә быйыл “МТЗ” тракторы алыуға өлгәшкәндәр. Шуға ла район етәкселеге эргә-тирәләге юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән бер миллион һумлыҡ заказды уларға ышанып тапшырған.






Вернуться назад