“Ауылда эш юҡ тиһегеҙме? Егетлек түгел был!”24.10.2015
“Ауылда эш юҡ тиһегеҙме? Егетлек түгел был!” Уртайылға ауылы уңғандары аталы-уллы Йәмил менән Азат Исламовтар — умартасылар династияһы вәкилдәре — нәҡ шундай фекерҙә. Илебеҙ картаһынан юғалыу алдында торған Бүләк ауылын тергеҙеү ниәте менән улар бында умарталыҡ булдырған.


Йәмле тәбиғәт ҡосағында, йүкә урмандарына һыйынып ултырған Бүләк ауылы Йәмил Нурислам улының күңеленә бик яҡын. Әсәһе Сәймә Исламованың тыуған ауылы ул. Олатаһы Хәйҙәрша ғүмере буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Бөгөн династияны дүртенсе быуын вәкиле, Йәмилдең улы Азат, лайыҡлы дауам итә. Булдыҡлы ғаилә ата-бабалары нигеҙендә умарталыҡ төҙөгән. 150 умарта теҙелеп ултырған бер гектар майҙанға яҡын ер кәртәләп алынған. Бал ҡорттарын ҡыш сығарыу өсөн пеноблоктан ҡоролма, келәт, өй төҙөп ҡуйғандар. Эшҡыуарҙар йәйен бында йәшәй: бал ҡорттарын тәрбиәләй, бал һурҙыра. Бүләк ауылының уңған ир-егеттәре Исламовтарға ярҙамға килә. “Быйыл эште бер аҙ еңеләйттек. Алтай крайынан 90 мең һумға “Медуница” тигән бал айыртҡыс аппарат һатып алдыҡ. Техника компьютерға көйләнгән, ҡул көсөн сарыф итмәйһең, ваҡытты аҙ ала”, — тип һөйләй Азат. Ул оператор булараҡ яңы техниканы хеҙмәтлән­дерергә лә өлгөрә, башҡа эштәрҙе лә ойоштора.
Булдыҡлы ғаиләлә бал ҡорттарын тәрбиәләү серҙәрен белмәгән кеше юҡ. Йәйен туғандарына булышырға Өфө­нән Әнғәм ағайҙары ҡайта. Уртайыл­ғала урынлашҡан йөҙ күс бал ҡорто Светлана Исламова ҡарамағында. Йәмил менән Светлананың ҡыҙҙары Алһыуҙың ҡулы ла был кәсепкә оҫта. Ә Азат иһә бик бәләкәй ваҡытынан алып гел атаһы янында. Ул яңы ғына ғаилә ҡорған. Тормош иптәше Гөлшат та ғаилә һөнәре менән ҡыҙыҡһына.
Берҙәмлек, эшкә маһирлыҡ, тынғы­һыҙлыҡ Исламовтарға яратҡан шөғөл­дәре ярҙамында табыш алырға мөм­кинлек бирә. Ошо гөрләп торған тормошҡа идара иткән ғаилә башлығы — Йәмил Нурислам улы — дин әһеле, хажи, Уртайылға ауылында мәсет төҙөүҙе башлап йөрөүселәрҙең һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе.
— Европа, ғәрәп илдәрен күреп ҡайтырға насип булды. Ундағы тәбиғәт шарттарын үҙебеҙҙеке менән сағыш­тыр­ғас, Рәсәйҙең ожмахҡа тиң икән­легенә төшөндөм. Беҙҙә туҡ һәм мул йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар. Ялҡауланмаҫҡа, эшләргә генә кәрәк. Картуф, йәшелсә үҫтереп һатырға, мал аҫрарға, ғаиләңде үҙең етештергән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә, арт­ҡанын һатып, табыш та алырға була. Хеҙмәттән ҡурҡмаған кешегә бының өсөн бер ҡаршылыҡ та юҡ. Ауылда эш юҡ тип, ҡул ҡаушырып ултырыу егетлек түгел. Беҙ үҙебеҙ тормошобоҙҙо көй­ләргә, көнкүреш сифатын яҡшыртырға тырышырға тейешбеҙ, — тип һөйләй эшҡыуар.
Фекерен иҫбатлап, ул Уртайылға ауы­лында үҙҙәре йәшәгән урамды үҙ көстәре менән төҙөкләндереү тура­һында бәйән итте. Быйыл йәй Азат һәм Йәмил Исламовтар күрше егете Илфат Шәйхисламов менән шәхси техникала­ры ярҙамында таш, балсыҡ ташып, юл­ға түшәгәндәр. Юлһыҙлыҡтан яфа си­геп, етәкселәрҙе генә тәнҡитләп йөрө­гән кешеләр өсөн матур миҫал, өлгө был.
– Тормошон яҡшыртыу өсөн халыҡ ҡулынан килгәнде эшләргә бурыслы. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр ни өсөн мал аҫрамай? Беҙҙең ауылда ла бер ваҡыт мал кәмене. Көтөүгә сират йыш етә башланы. Халыҡ менән килешеп, ҙур майҙанда ерҙе кәртәләп алдыҡ. Хәҙер мал үҙаллы шунда йөрөй. Әлбиттә, башта кешеләрҙе материал һатып алыу өсөн ризалаштырыу ауыр булды. Көтөүсе яллауға ҡулланған аҡса менән материал хаҡын сағыштырып, иҫәпләп-күрһәтеп аңлаттыҡ. Бөгөн эше­беҙҙең ыңғай һөҙөмтәләрен күреп ҡыуанабыҙ, — тип, ауыл старостаһы булараҡ, халыҡ менән эшләү тәжри­бәһен уртаҡлашты Йәмил Нурислам улы.
Тормошҡа үҙ ҡарашы булған Исламовтар ғаиләһе үҙ өлгөһөндә халыҡты ҡайҙандыр ярҙам көтөп, йәмғиәттә бөтөн нәмәгә битарафлыҡ күрһәтеп йәшәүҙән арынырға, тырыш хеҙмәт менән табышлы булырға өндәй.
— Ҡасандыр 40 йорто, ике мең баш һарыҡ аҫралған фермаһы булған Бүләк ауылында бер нисә өй генә ҡалды. Беҙ килеп умартасылыҡ төҙөгәс, ҡыҙыҡ­һыныусылар артты, бынан өй һатып алалар, ошонда тыуып-үҫеп, ситкә сы­ғып киткән яҡташтар ҡайтып, төп нигеҙ­ҙәрен тергеҙә. Ҡыуаныслы хәл. Тор­мош­та оптимист булырға өйрәнә­йек. Бал ҡорттары аҫраусыларға ла теләгем бар. Йыл насар килде, тип һис кенә лә хафаланырға ярамай. Бал етештереү — төшөмлө кәсеп ул. Бер булмаһа, бер булыр. Үҙ көсөбөҙгә ышанып, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәйек, — тине өс тиҫтә йыл ҡортсо­лоҡ өлкәһендә тәжрибә туплаған эшҡыуар.





Вернуться назад