Сығымды нисек ҡайтарырға?24.10.2015
Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә, шулай уҡ ябай халыҡ вәкилдәре лә “эш командировкаһы” тигән төшөнсә менән яҡшы таныш. Ләкин уның сығымдарын ҡайтарыу тәртибен күптәр белмәйҙер, моғайын.
Мәҫәлән, быйыл сентябрҙә Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһына командировка сығымдарын ҡаплау мәсьәләһе буйынса сержант Д.В. Крайнюков мөрәжәғәт иткән. “2015 йылдың июлендә мине Бөй ҡалаһына командировкаға ебәрҙеләр. Барыуға һәм ҡайтыуға билет алғанда уның хаҡына пассажирҙың мотлаҡ шәхси страховкаһына иғәнәләр ҙә индерелде. Страховка иғәнәһе күләмен ҡапларҙармы, тәүлек сығымды түләрҙәрме?” тигән һорау борсой сержантты.
Был һорауға Өфө гарнизонының хәрби прокуроры, юстиция подполковнигы В.Л. Егоров былай тип яуап бирҙе:
“Рәсәй Федерацияһы оборона министрының 2011 йылдың 30 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендәге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсалата тәьминәт тәртибен раҫлау тураһында”ғы 2007-се фарманының 119-сы статьяһындағы “а” пунктына ярашлы, транспортта пассажирҙың мотлаҡ шәхси страховкаһына иғәнәләре күләме эш командировкаһына барыу һәм ҡайтыу буйынса өҫтәмә сығымдар иҫәбенә инә һәм ҡапланырға тейеш. Ошо уҡ фарман буйынса эш командировкаларындағы тәүлек сығымдар федераль бюджет иҫәбенә ҡаплана. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә командировканың һәр көнө өсөн 300 һум түләнергә тейеш”.