Төн йоҡоңдо алырҙар...24.10.2015
“Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла!” – Матбуғат һәм телевидение аша тапшырылған был саҡырыуға элек көлөмһөрәп кенә ҡарай торғайныҡ. Ниндәй генә реклама юҡ, йәнәһе. Ләкин һалым ҡануниәтендә булған яңы үҙгәрештәр беҙҙе, ысынлап та, йоҡонан мәхрүм итергә һәләтле...

Мөлкәт, ер һәм транспорт һалым­дарын беҙ быйыл 1 октябрҙән дә ҡал­май түләп бөтөргә тейеш инек. Күп­селек шулай эшләне лә. Әммә дәү­ләт алдындағы бурысын үтәргә ашығып бармаған граждандар ҙа бар. Улар ошо көндәрҙә уны мотлаҡ түләү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү аласаҡ. Был хат­тарҙың бер өлөшө йорт адрестары буйынса ебәрелгән, ҡалғаны ноябрҙең беренсе яртыһында оҙатылып бөтәсәк.
Талапта бурыстың күләме генә тү­гел, ә пеня ни саҡлы булыуы ла (ошо документ ебәрелгән көнгә ҡарата) күр­һәтелә. Әйтәйек, һалым 1000 һум тәш­кил иткәндә, һалым түләүсегә көн һа­йын 27 һум 05 тин пеня яҙылып барасаҡ.
Ә был талапты үтәмәһәң? Ул саҡта һалым органы бурысты түләтеү тура­һындағы дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итәсәк. Был һеҙгә кәрәкме?





Вернуться назад