Ноябрҙә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла. Әле сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы 26 октябргә тиклем конгресты үткәреү буйынса саралар планын төҙөргә һәм раҫларға тейеш.