Кешелек мәнфәғәттәренә ҡаршы килмәй24.10.2015
Өфөлә “XXI быуатың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция беренсе тапҡыр ғына уҙғарылмай. Шулай ҙа кесе йома һәм йома көндәре ойошторолған VIII конференция үткән йыйындарҙан үҙенең вәкәләтлерәк булыуы менән айырылып торҙо.

Залда синхрон тәржемә ҡулайлама­ларының күп булыуына ҡарағанда, барлыҡ сығыштарҙың да урыҫ телендә булмаясағын һиҙемләнем. Тимәк, сит илдәрҙән ҡунаҡтар бар. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың оло йы­йынға тәбрикләү һүҙен Хакимиәт етәк­сеһе урынбаҫары Максим Михайлов еткерҙе. “Тыныслыҡты һаҡлау мәсьә­ләләре торған һайын көнүҙәгерәк була барғанда дини белем биреүҙе үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Яҡын Көн­сы­­ғыштағы фажиғәле ваҡиғалар мил­ләт-ара һәм дини-ара мөнәсәбәтте ҡыр­ҡыу­лаштырыуҙың нимәгә килте­ре­үен асыҡ күрһәтә. Тарих һабаҡтары һәм күп бы­уат­лыҡ тәжрибә күрһә­теүенсә, рухи мәғ­рифәтселек кенә дин тотоу­сы­ларға хаҡ юлды күрһәтә ала, исламды боҙған радикаллектән яҡлай”, – тип әй­те­лә Рөстәм Зәки улының сә­ләм­ләүендә.
– Йыйындың стратегик әһәмиәте ба­һалап бөткөһөҙ, – тине мосолман­дар­ҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе, Рә­сәйҙең Юғары мөфтөйө, шәйхелис­лам Тәлғәт Тажетдин. – Ни өсөн тиһәң, исламдың, ул дин булараҡ та, тормош рәүеше тип ҡабул итһәк тә, дөйөм кешелек мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән бер генә ҡиммәте лә юҡ.



Вернуться назад